Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
22 Декабрь 2022, 15:46

Уларға ҡар көрәгес кәрәк

Урындағы башланғыстарҙы хуплау (ППМИ) программаһы бер нисә йыл эшләп килә. Был программа сиктәрендә халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика хөкүмәтенән ярҙам алыуға ирешә.

Уларға ҡар көрәгес кәрәк
Уларға ҡар көрәгес кәрәк

Уларға ҡар көрәгес кәрәк

Урындағы башланғыстарҙы хуплау (ППМИ) программаһы бер нисә йыл эшләп килә. Был программа сиктәрендә халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика хөкүмәтенән ярҙам алыуға ирешә.

Александровка ауылы халҡы ла ППМИ программаһында ҡатнашырға ниәтләй һәм улар дәррәү генә сиркәүҙә уҙғарылған сираттағы йыйылышҡа йыйылды.

Йыйылышта район хакимиәте урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Илфат Йәүҙәт улы Хәмитов, Ҡамышлы ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Вәкил улы Бикҡужин ҡатнашты.

Илгиз Вәкил улы йыйылышты асып, ППМИ программаһының үҙенсәлектәре хаҡында ентекле һөйләп үтте.

Йыйылыштың рәйесе һәм секретары һайланғас, һүҙ Илфат Йәүҙәт улына бирелде. Ул район буйынса ППМИ программаһы сиктәрендә ниндәй эштәр бойомға ашырылыуы хаҡында бәйән итте һәм был программала еңеп сығыу өсөн нимәләр эшләү зарур булыуы, инициатив төркөмдөң эше хаҡында аңлатып үтте.

 Йыйылған халыҡ программала ҡатнашабыҙ тип бер тауыштан риза булғас, улар үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙе. Кемдер ҡыш көнө урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн тракторға роторлы ҡар көрәгес кәрәк тиһә, икенселәр балалар өсөн майҙансыҡ кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Шулай ҙа бер тауыштан роторлы ҡар көрәгес алырға тигән ҡарар ҡабул ителде.

 “МТЗ – 82” тракторы өсөн бындай ҡоролма 600 мең һум тирәһе тора. Әгәр программа буйынса еңеү яуланһа, 465 мең һум субсидияны республика, 60 мең һумды район бүләсәк. Был сумманың ҡалған һигеҙ проценты ауыл халҡынан йыйыласаҡ һәм шул уҡ күләмдә спонсор ярҙамы күрһәтеләсәк.

Йыйылыш һуңында Татьяна Бганцова, Марат Сәлимгәрәев һәм Николай Артемьев инициатив төркөмгә һайланды. 

Александровка халҡына был изге ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: