Ҡаҙ ите беҙҙә йылҡы ите менән бергә бик затлы ризыҡ һанала. Берәүҙәр был ҡошто күпләп үҫтерһә, икенселәр һатып алыр өсөн һуғым һуйыуҙы көтөп кенә тора.
Ә беҙҙең ҡаҙ үҫтереүселәр унан ниндәй файҙа ала икән? Итенән, мамығынан, майынан тигәндәй. Бына күрше республиканың Ташкисеү ауылында ошо кәсептән ҙур табыш алыусылар йәшәй. Хатта Сыуашстандан махсус ҡаҙ йолҡоусыларҙы саҡырталар, ти. Ялланып эшләүселәргә бер ҡаҙҙы эшкәрткән өсөн 150 һум түләнә. Бәй, ауылда 150 ҡаҙ үҫтереү менән берәүҙе лә аптыратып булмай. 500, 700, хатта 1200 ҡош тоталар икән.
Мәҫәлән, Сәлих Әхмәҙуллин былай һөйләй:
– 150 ҡаҙҙың мамығын һатып ҡына ла 36 мең һум аҡса эшләнем. Ҡаҙ бәпкәләрен 350-шәр һумдан алдым. Баш-тәпәйҙәрен шул хаҡҡа һатҡас, бәпкәләрҙе һатып алған сумма ҡапланды тигән һүҙ. Бер ҡаҙҙың мамығы 240 һум тирәһе сыға. Шуны эшкәрткән өсөн түләнем тип иҫәплә. Бер ҡаҙ түшкәһе яҡынса дүрт килограмм ауырлыҡта булды. Килограмын 500 һумдан һатҡас, береһе – ике мең һум. Майы ла бар әле. Бер литрын 300 һумдан һаттыҡ. Ашатырға аҡса күп сыға тип әйтеп булмай. Пай ерҙәрен арендаға биргән өсөн өс тонна ашлыҡ бирәләр. Үҙем комбайнда эшләйем. Иген хаҡы ла ҡиммәт булманы быйыл. Табышы булмаһа, аҫрамаҫ инек. Иренмәһәң, бер ҡаҙҙан яҡынса ике мең һум тирәһе аҡса эшләп була инде. Ите генә түгел, эс-башы ла, мамығы ла, майы ла һатыла.
Ә һеҙ ҡош-ҡорт үҫтереүҙән килем алаһығыҙмы? Әллә ҡыш рәхәтләнеп ашарбыҙ тиәгеҙ ҙә ҡуяһығыҙмы?
Фото: https://18.tyler-brown.com/watch/-169002387_456239018
Сығанаҡ: http://shahrikazan.ru/news/avyil/kaz-mamygyn-satyp-36-me-sum-akcha-eshldem