Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
24 Ноябрь 2022, 19:24

Өфөлә ит йәрминкәләре башлана

26 ноябрҙән Өфөлә ит йәрминкәләре башлана, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Өфөлә ит йәрминкәләре башлана
Өфөлә ит йәрминкәләре башлана

26 һәм 27 ноябрҙә өфөләр республика етештереүселәренән яңы һуйылған ит, йәшелсә һәм аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

«Шәмбе Хәҡиҡәт урамы буйлап Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклемге автомобиль юлы участкаһында, Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се һәм 20-се йорттар ҡаршыһында, «Тулҡын» паркы янында, Спорт һарайы һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа, шулай уҡ Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда йәрминкәләр ойошторола», - тип белдерҙеләр муниципалитетта.

Йәкшәмбе Хәҡиҡәт урамындағы, Интернациональ-Машина эшләүселәр киҫелешендәге һәм «Тулҡын» паркы янындағы майҙансыҡтарҙа ит йәрминкәләре булмай.

Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-11-24/v-ufe-startuyut-myasnye-yarmarki-3044286

Автор:Галина Бахшиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: