Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
23 Ноябрь 2022, 11:33

Өмә ваҡыттары етә, өмә!

Ноябрь баштары етеп, ергә ап-аҡ ҡар ята башлағас, ғәҙәттә, ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башлана. Йыл һайын ошо осорҙа мин дә шул ваҡыттар менән бәйле үҙемдең бала саҡ, йәш саҡ хәтирәләренә сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам. Элгәре ҡаҙ өмәләренең нисек күңелле үткәнен һеҙ ҙә хәтерләйһегеҙҙер моғайын? Үҙемдең белгән-күргәндәремде, хәтерҙә уйылып ҡалғандарҙы һеҙгә лә бәйән итмәксемен.

Өмә ваҡыттары етә, өмә!
Өмә ваҡыттары етә, өмә!

Өмә ваҡыттары етә, өмә!

Ноябрь баштары етеп, ергә ап-аҡ ҡар ята башлағас, ғәҙәттә, ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башлана. Йыл һайын ошо осорҙа мин дә шул ваҡыттар менән бәйле үҙемдең бала саҡ, йәш саҡ хәтирәләренә сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам.

Элгәре ҡаҙ өмәләренең нисек күңелле үткәнен һеҙ ҙә хәтерләйһегеҙҙер моғайын? Үҙемдең белгән-күргәндәремде, хәтерҙә уйылып ҡалғандарҙы һеҙгә лә бәйән итмәксемен.

Мин бала саҡта үҙебеҙҙең йорт ҡаҙҙары баҫып сығарған һәр бер бәпкә ҡәҙерле ине, сөнки ул саҡтарҙа әлеге кеүек инкубаторҙарҙа күмәртәләп сығарып һатыу тигән нәмә булманы. Иҫләйһегеҙҙер, ҡаҙ оялары өйҙөң түр башындағы карауат аҫтында була торған ине. Ә беҙ инде, инә ҡаҙҙар тышҡа сығып киткәс тә, карауат аҫтына кереп, йылы ғына ап-аҡ йомортҡаны ҡулға алып, һоҡланып ҡарап тора инек. Аҙаҡ ул йомортҡаны инәйем бик ҡәҙерләп кенә, һелкетмәй генә, комод эсендәге алдан әҙерләп ҡуйылған урынға килтереп һала.

Ҡаҙ баҫырға ятҡас, тағы ла үҙенә бер ҡыҙыҡ ваҡиғалар була торғайны. Онотолоп китеп, карауат янына барып баҫһаң, ҡаҙ аяғыңды суҡып ала. Ҡысҡырып ебәргәнеңде лә һиҙмәй ҡалаһың. Ҡунаҡҡа килгән апайҙар ҙа яңылыш әлеге карауат эргәһенә барып баҫалар ҙа, уларҙы ҡаҙ эләктереп алһа, “Ыстағарифулла” тип ҡысҡырып ебәрәләр тегеләр. Ә беҙ эстәребеҙҙе тотоп көләбеҙ уларҙан.

Ҡаҙ бәпкәләре сыҡҡас, беҙҙең иңгә тағы бер ҙур яуаплылыҡ өҫтәлә. Ҡарға алып китмәһен, аҙашып тороп ҡалмаһын тип шуларҙың артынан күҙәтеп көнөбөҙ үтә. Шулай итеп бәпкәләр бер аҙ үҫкәнсе һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ булып торорға тура килде.

Көҙ етеп, ер өҫтөнә ҡырпаҡ ҡар ятҡас, иң күңелле мәшәҡәттәр – ҡаҙ өмәләре башланып китә. Күршеләр көн дә бер-береһенә ярҙамға йөрөйҙәр, ә кистәрен өмә үткәргән хужалар барлыҡ өмәселәрҙе ашҡа саҡыра. Барлыҡ инәйҙәр (әсәйҙәр) үҙҙәренең өлөшөн ашамайынса, гәзиткә төрөп, беҙгә - балаларына күстәнәс итеп алып ҡайта торғайны. Беҙ көн дә тиерлек рәхәтләнеп тәмлекәстәр менән һыйланабыҙ. Бына ошо саҡта үҙеңдең йәй буйы тырышҡан эшеңдең һөҙөмтәләре күренә лә инде. Ғөмүмән әйткәндә, һуғым ашы кеүек ошондай мәжлестәр ауыл тормошоноң иң күркәм һәм иң күңелле мәлдәренең береһе булып мәңгелеккә хәтерҙә уйылып ҡалған. Ә һеҙҙә өмәләр нисегерәк үтә торғайны? Беҙҙекенән айырмалы рәүештә тағы ла ниндәйерәк үҙенсәлектәре бар ине?

Әхәт НУРЫШЕВ.

Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: