Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
10 Ноябрь 2022, 09:51

Ҡышҡылыҡҡа миләште (рябина) нисек һаҡларға һәм уны нимә өсөн ҡулланырға була?

Миләште ҡышҡылыҡҡа төрлөсә әҙерләргә була.

Ҡышҡылыҡҡа миләште (рябина) нисек һаҡларға һәм уны нимә өсөн ҡулланырға була?
Ҡышҡылыҡҡа миләште (рябина) нисек һаҡларға һәм уны нимә өсөн ҡулланырға була?

1. Миләштән ҡайнатма (варенье) эшләргә була. Уның өсөн: 2 кг миләш, 2 шт.лимон, 2шт. әфлисун (апельсин), 1 кг шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ. Татлыраҡ кәрәк тип уйлаһағыҙ, шәкәр ҡомон тағы ла өҫтәргә була.
Бөтә ингредиенттарҙы бергә ит турағыс (мясорубка) аша үткәрәбеҙ ҙә шәкәр ҡомо һалып болғайбыҙ. 10-15 минуттан, пластик һауыттарға һалып, һалҡынға йәки һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Туңдырғыста һаҡларға була. Бик тәмле, файҙалы.

2. Миләште шул килеш туңдырғыста туңдырырға ла була. Тауыҡ, ҡуян, балыҡ бешергәндә, туңған миләште өҫтәргә була. Шундай әскелтем тәм бирә. 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: