Даирә
+24 °С
Ямғыр
Ауыл уңғандары
9 Ноябрь 2022, 06:20

Сөгөлдөрҙө ҡышҡылыҡҡа ошолай һаҡларға ла була!

Ҡышҡылыҡҡа әҙер сөгөлдөр була.

Сөгөлдөрҙө ҡышҡылыҡҡа ошолай һаҡларға ла була!Сөгөлдөрҙө ҡышҡылыҡҡа ошолай һаҡларға ла була!
Сөгөлдөрҙө ҡышҡылыҡҡа ошолай һаҡларға ла була!

Ваҡ сөгөлдөрҙәрҙе йыуып, бешерергә ҡуйырға, улар 30-40 минут бешә. Һалкын һыуға һалып һыуытырға һәм таҙартырға.
Кәстрүлгә 2 л һыу ағыҙып, ҡайнатып сығарырға. Парландырылған банкаларға сөгөлдөрҙәрҙе тултырып, өҫтөнә ҡайнаған һыуҙы ҡойоп, 15 минут тоторға. Һыуын ҡабат кәстрүлгә бушатырға.
3 аш ҡашығы тоҙ, 4 аш ҡашығы шәкәр ҡомо, 4 түңәрәк борос, 100 мл 9 %лы аш һеркәһе ҡушып ҡайнатып, сөгөлдөрҙәр өҫтөнә һалырға. Ҡалай ҡапҡас менән ябып ҡуйырға.
0,5-0,6 литрлы 7 банка килеп сыҡты. Сөгөлдөр вағыраҡ булған һайын тоҙлоҡ әҙерәк керә.
Ҡышҡа әҙер бешкән сөгөлдөр була был!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас