Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
13 Октябрь 2022, 11:23

Ауылдың йөҙөк ҡашы

Һәр бер ауылдың йөҙөк ҡашына тиң, бар халыҡтың ихтирам-хөрмәтен яулаған кешеләре була. Ундайҙар үҙҙәренең ябайлығы, алсаҡлығы, намыҫлы хеҙмәте, ауыр саҡтарҙа һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуҙары, кешенең хәленә кереп, төрлө изге кәңәштәре һәм эштәре менән ярҙам итә белеүҙәре менән башҡаларҙан айырылып тора. Ғәҙәттә, ауылдағы бер сара ла, тамаша ла уларһыҙ үтмәй.   

Ауылдың йөҙөк ҡашы
Ауылдың йөҙөк ҡашы

Ауылдың йөҙөк ҡашы

Һәр бер ауылдың йөҙөк ҡашына тиң, бар халыҡтың ихтирам-хөрмәтен яулаған кешеләре була. Ундайҙар үҙҙәренең ябайлығы, алсаҡлығы, намыҫлы хеҙмәте, ауыр саҡтарҙа һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуҙары, кешенең хәленә кереп, төрлө изге кәңәштәре һәм эштәре менән ярҙам итә белеүҙәре менән башҡаларҙан айырылып тора. Ғәҙәттә, ауылдағы бер сара ла, тамаша ла уларһыҙ үтмәй.   

Мөҡсин ауылында, йәғни халыҡ телендә йөрөтөлгәнсә Мансаҙыла көн итеүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Бибиямал Әһлиуллинаны ла ауылдаштары яратып һәм хөрмәт итеп: “Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы” тип йөрөтә.

Ишембай районының Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән Бибиямал апай Салауат педагогия училещеһын тамамлағас, 1967 йылда юллама буйынса Бишауыл-Уңғар мәктәбенә эшкә килә. Быйыл уға 55-се тапҡыр “Тәүге ҡыңғырау” тауышын тыңлау бәхете тейә.

- Күптән инде хаҡлы ялда булһам да мәктәп коллективы ла, уҡыусылар ҙа төрлө байрамдарға белем усағына саҡырып ҡына торалар, рәхмәт яуғыры. Шундай ихлас итеп саҡырғастар, бармай ҡалыуы уңайһыҙ. Ғүмеремдең бик күп өлөшөн бағышлаған мәктәбемде һәр саҡ һағынып барам, - тип һөйләй ул үҙенең изге һөнәре хаҡында.

 Бибиямал Миңлебай ҡыҙы 19 йыл күрше Бишауыл-Уңғар ауылына йөрөп биология һәм химия фәндәрен уҡыта һәм Мөҡсиндәге башланғыс мәктәптә урын бушағас, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда балаларға белем бирә. Эшкә килгән йылды уҡ ошо ауылдың иң сибәр һәм уңған егеттәренең береһе Абдулла менән ғаилә ҡоралар.

- Педагогия училищеһын тамамлап, районға дүрт ҡыҙ бергә килгәйнек. Мин әхирәтем менән Бишулға эләктем, тағы икәүебеҙ райондың башҡа ауылдарына ебәрелде. Ҡыҙҙарҙың өсөһө лә кире тыуған яҡтарына ҡайтып киттеләр, бер мин генә был яҡтарҙа төпләнеп ҡалдым. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамланым. Миллионер колхозға эләктегеҙ, тип маҡтап ебәргәйнеләр беҙҙе был яҡҡа. Һүҙ ҙә юҡ, ул саҡта колхоз ифрат бай ине. Кешеләр ҙә тырышып эшләне. Тик бына колхоздарҙың бөтөрөлөүе генә ҡыйын булды халыҡҡа. Үҙ эшемде бик яратып башҡарҙым. Балаларҙы яратҡан кеше генә уҡытыусы булып эшләй ала. Әле лә элекке уҡыусыларым “Ямал апа, һеҙ дәрестәрҙе бик мауыҡтырғыс үткәрә торғайнығыҙ. Тормоштан алып әллә ниндәй ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ миҫалдар килтерә инегеҙ”, - тиҙәр осраған саҡта, изге һүҙҙәрен һәм рәхмәттәрен ватсап аша ла белдереп торалар. Уҡыусыларымдың шундай йылы һүҙҙәренә рәхмәтлемен һәм уларҙың күңелендә ниндәй ҙә булһа яҡты эҙ ҡалдырғанмындыр, тип ышанам. Ысынлап та, биология – балаларҙы тормошҡа өйрәтә торған фән. Шуға күрә мин һәр ваҡыт шул яҡҡа һуҡтыра торғайным, - тип хәтерләй Бибиямал Миңлебай ҡыҙы үҙенең мәктәптә эшләгән йылдарын.

Ҡыҙғанысҡа, Бибиямал апайҙың тормош иптәше Абдулла Кәшфулла улы 13 йыл элек яҡты донъянан китеп бара. Сентябрҙең 29-нда уларҙың сәстәрен сәскә бәйләгәндәренә 55 йыл тулған булыр ине. Үҙенең хәләл ефете тураһында тик изге хәтирәләр генә һаҡлай ул һәм был хаҡта:

- Бик хәстәрлекле атай, тоғро ир булды. Был яҡтан мин ныҡ уңдым, Аллаға шөкөр. Ғүмер буйы һөйөп-һөйөлөп йәшәнем. Һуңғы минутына тиклем Абдуллам: “Эх, Ямал, яратам бит мин һине! Яңғыҙ ҡалаһың инде”, - тигән һүҙҙәрен ҡабатлап ятты. Бер кәмселегемде тапманы минең. Зоотехник, бригадир, колхоздар бөткәс киномеханик булып эшләне. Бигерәк матур йырлай торғайны. Фани донъянан 65 йәшендә генә, иртәрәк китеп барҙы. Әле булһа һағынам, - ти.

Әһлиуллиндар үҙҙәренең татыу ғаиләһендә өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Балаларының барыһы ла икешәр юғары белемлеләр һәм ғаиләләре менән Өфөлә донъя көтә. Оло ҡыҙҙары Ләйсән балалар баҡсаһы мөдире булып эшләһә,  Азамат улдары Газпромда инженер. Иң кеселәре Азат иһә инженер-энергетик һөнәрен һайлаған. Бөгөнгө көндә Бибиямал апай биш ейән-ейәнсәргә өләсәй булыу бәхете кисерә.  

Бибиямал Миңлебай ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла, берҙә генә тик ятмай, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусымын бит әле тип тормай, йәш саҡта ла ул сөгөлдөр баҫыуында бил бөгә, агитатор ҙа була, уҡыусылар менән баҫыу эшсәндәренә концерт та ҡуя. Әле лә ең һыҙғанып йәмәғәт эштәрен башҡара. ППМИ программаһы буйынса ауылда бынамын тигән клуб һалдырыу эшендә уның ярҙамы ҙур була. Мәктәп тә булмағас, ауылыбыҙ һүнмәһен, мәҙәниәт усағы гөрләп торһон тип тырыша ауылдаштары менән бергә. Ағинәйҙәр ойошмаһын да етәкләй ул. Сығыштар өсөн үҙе таҡмаҡтар уйлап сығарыуға лә әүәҫ. Ағинәйҙәр етәксеһе булараҡ Гөлфиә Янбаева ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алыуы ла уның тыңғыһыҙ эше тураһында бик күпте һөйләй. Ғөмүмән әйткәндә, ауылда үткән бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай Бибиямал апай.

- Клубта үткән барлыҡ байрамдарҙы үткәреүҙә ҡатнашам, ярҙам итәм. Зимфира Ғәлиева менән төрлө байрам саралары үткәрәбеҙ, шулай уҡ башҡорт халҡының йола байрамдарын да онотмайбыҙ. Ауылды һүндермәҫкә инде нисек тә. Бигерәк матур урында, йәмле Ағиҙел буйындса урынлашһа ла, ҡыҙғанысҡа, ауыл бөтөп бара, күберәк оло йәштәгеләр бында көн итә, - тип борсола ул ҡасандыр килен булып төшкән һәм үҙ итергә өлгөргән ауылының киләсәге өсөн.

Милли аш-һыу әҙерләүгә лә маһир беҙҙең мәҡәләбеҙ геройы. Төрлө байрамдарға буҙаһын да ҡоя, талҡанын да эшләй, кәзә һөтөнән ҡымыҙ ҙа бешә, дарыу үләндәрен дә йыя. Бигерәк тә балтырған ашы бешерергә ярата. Яңғыҙ донъя көтөүгә ҡарамаҫтан, кәзәләр көтә, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡса үҫтерә, йортон гөл-сәскәгә күмә. Шулай уҡ ҡул эшенә лә өлгөрә – ағинәйҙәрҙең һәр береһенә түшелдеректәр теккән ул.

- Бына шундай тынғыһыҙ кешемен инде мин, әле арыу уҡ йәштә булһам да һаман үҙгәрмәйем. Концерт-фәлән килһә лә, бөтәһенә лә шылтыратып бөтәм, хатта йөрөп сығам. Һайлау-фәлән булһа ла мин ауыл осонан төшөп барыһын саҡырып сығам. Зимфира Ғәлиева, Зинира Моратова, Венера Сәйфетдинова, Фәниә Мозафарова менән бишәүләшеп клуб тирәләрен таҙартып ташлайбыҙ. Сүп-сар ташлай торған урында тәртип булдырыу ҙа беҙҙең өҫтә, тиһәң дә хата булмаҫ. Күптәр сүптәрен ситкә ташлап китә. Хатта ҡайһы берәүҙәр диван-креслоларын да шунда килтереп ырғыта. Айрат Ғәлиев трактор килтереп, шунда тейәп, һепереп, таҙартып ҡуябыҙ. Яҙ көндәрендә тирә-яҡты таҙалап алабыҙ.  Күмәкләшеп тырышабыҙ. Ҙур коллективта эшләү, үҙемдең берҙә генә тик тора белмәүемдән инде барыһы ла. “Әлдә, Ямала апай, һеҙ бар әле”, - тип дәртләндереп ебәрә ауылдаштарым, - тип тамамлай һүҙен хаҡлы ялдағы уҡытыусы.

Бына ошондай үҙе уңған, үҙе тырыш, үҙе әүҙем кеше донъя көтә Мөҡсин ауылында. Һәр саҡ шулай ауылдаштарығыҙҙың ихтирамын, яҡшы мөнәсәбәтен тойоп, тағы ла оҙаҡ йылдар ауылығыҙҙың йөҙөк ҡашы булып, әүҙем тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә, Бибиямал апай!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: