Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
12 Октябрь 2022, 10:54

Ҡаҡланған ҡаҙҙы нисек әҙерләйҙәр?

Уны бешермәй әҙерләйҙәр.

Ҡаҡланған ҡаҙҙы нисек әҙерләйҙәр?
Ҡаҡланған ҡаҙҙы нисек әҙерләйҙәр?

Ҡаҡланған ҡаҙҙы бешермәй әҙерләйҙәр.

Һуйған көнө бер кило тоҙ менән эсен-тышын бик һәйбәт итеп ышҡырға. Бигерәк тә ҡанат аҫтарын, бот тирәләрен. Муйынына тултырырға кәрәк тоҙҙо. Ҡалған тоҙҙо эсенә һалып бөтөрөргә кәрәк. Унан һуң ҡалын ҡағыҙ менән ҡат-ҡат төрөргә, бәйләп ҡуйырға. Кибеттәрҙә 20 кг макарон һалған ҡапсыҡтар була, улар бигерәк тә яҡшы. Унан иҫке мендәр тышы буламы, йә марля менән төрөп, яҙға хәтле тышҡа сығарып элеп ҡуйырға. Элек осормаға аҫа инек, хәҙер гаражға ғына эләбеҙ инде. Дурт ай ҡаҡлана шулай. Унан асып елле урынға эләһең. Тик себендән һаҡларға. Шул ҡаҡланған ҡаҙ була инде беҙҙең яҡта.
Ландыш Ғиләжева.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы төркөмөнән https://vk.com/club36676061 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: