Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
22 Сентябрь 2022, 11:46

ҠЫҘЫЛ ҠОЙМАҠ

Ә һеҙҙең ҡыҙыл ҡоймаҡ бешереп йә ашап ҡарағанығыҙ бармы? Юҡтыр, моғайын. 

ҠЫҘЫЛ ҠОЙМАҠ
ҠЫҘЫЛ ҠОЙМАҠ

Был сөгөлдөрлө ҡыҙыл ҡоймаҡтар үҙенең төҫө менән иғтибарҙы йәлеп итәләр. Уларҙы уртаса ҡызыулыҡта бешерергә тырышығыҙ, ни өсөн тигәндә, ныҡ ҡыҙыу табала улар тиҙ генә бешеп йыртылалар. Ингредиенттарҙы бер массаға килтерер өсөн блендер кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ һуңынан ҡоймаҡтарҙың эстәрена эретелгән сыр һалып торорға була.

Кәрәк буласаҡ:
🔸Он 2 стакан = 320 г
🔸Һөт 2,5% ҡуйылыҡта 1.8 стакан = 375 г
🔸Кефир "Ряженка" 0.25 стакан = 50 г
🔸Сөгөлдөр 1 шт. = 200 г
🔸Йомортҡа 1 шт. = 55 г
🔸Үҫемлек майы 3 аш ҡалағы = 45 г
🔸Шәкәр 2 аш ҡалағы = 40 г
🔸Тоҙ 1 сәй ҡалағы= 7 г
Ондо иләйбеҙ. Сөгөлдөр менән йомортҡаны йыуабыҙ. Блендер менән табаны әҙерләп ҡуябыҙ.
Сөгөлдөрҙө 30-40 минут һыуҙа бешереп алабыҙ. Һуңынан һыуытып тышын таҙартабыҙ ҙа турайбыҙ.

Ҡоймаҡҡа ҡамыр әҙерләү:
Туралған сөгөлдөргә һөт һалабыҙ ҙа блендер менән пюре хәленә килгәнсе болғатабыҙ. Йомортҡа,кефир өҫтәйбеҙ һәм тағы ла блендер ярҙамында туғыйбыҙ. Шунан шәкәр, тоҙ һәм он өҫтәп яңынан бер масса килеп сыҡҡансы блендер менән бутайбыҙ. Ҡамырҙы 30-35 минутҡа ҡуйып торабыҙ.

Ҡоймаҡтарҙы ҡыҙҙырабыҙ. Табаны майлап ҡыҙҙырабыҙ ҙа ҡоймактарҙың һәр береһен 2-3 минут ике яҡлап уртаса ҡыҙыулыҡта бешерәбеҙ.

Ҡыҙыл ҡоймактарҙы өҫтәлгә ҡаймаҡ менән ултыртығыҙ.

Файҙалы кәңәштәр төркөмөнән

https://vk.com/bashkortvk 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: