Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
1 Сентябрь 2022, 14:23

Ветеринар - бик яуаплы һөнәр

Ветеринар – бигерәк тә ауыл халҡы өсөн кәрәкле һөнәр, сөнки ауыл кешеһенең бар ҡарап торғаны – мал. Ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәттә тик үҙ һөнәрен яратҡан, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән кешеләр генә эшләй ала.

Ветеринар - бик яуаплы һөнәр
Ветеринар - бик яуаплы һөнәр

31 август – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө

Ветеринар – бик яуаплы һөнәр.

Рәсәйҙә 2014 йылдан алып ветеринария хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә. РФ ауыл хужалығы фәндәре академияһынан инициатив төркөм Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы Кирилға мөрәжәғәт ебәргәндән һуң барлыҡҡа килгән байрам православиелағы иҫтәлекле датаға бәйле.

Ветеринар – бигерәк тә ауыл халҡы өсөн кәрәкле һөнәр, сөнки ауыл кешеһенең бар ҡарап торғаны – мал. Ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәттә тик үҙ һөнәрен яратҡан, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән кешеләр генә эшләй ала.

Атйетәр ветеринар участкаһы мөдире Рәзил Маҡаев Стәрлетамаҡ совхоз-теникумын тамамлағандан һуң 1984 йылда ветеринария хеҙмәтендә эш башлайһәм белемен камиллаштырыу ниәте менән 1994 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белем ала.

- Ветеринар – бик яуаплы һөнәр. Бөгөнгө көндә Атйетәр, Боҙаяҙ, Подлуб ауыл советтарын һәм өлөшләтә Иҫке Муса ауыл советын ветеринар-табип Йосопов Ирек,  ветеринар-фельдшер Хәзиев Марат менән өсәүләп хеҙмәтләндерәбеҙ йәғни малдарҙың һәм шулай уҡ халыҡтың сәләмәтлеге һағында торабыҙ. Төрлө алама сирҙәр малдан кешегә йоҡмаһын өсөн беҙгә көн-төн тырышырға, профилактик саралар күрергә тура килә. Үҙегеҙ ҙә ишетеп беләһегеҙ, йыл да илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә ниндәйҙер алама сирҙәр килеп сығып ҡына тора. Шөкөр, районға ундай афәттәр килеп еткәне юҡ, сөнки тәртип ныҡлы беҙҙә. Халыҡ та ҡәнәғәт беҙҙең эш менән. Сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү өсөн даими рәүештә диагностик тикшеренеүҙәр үткәрәбеҙ, йәш үҙенсәлегенә таянып ҡан алабыҙ малдарҙан, вакцинация эшләйбеҙ. Барлығы ике мең тирәһе мөгөҙлө эре мал, ике меңләп кәзә-һарыҡ, 150-ләп йылҡы малы, 400-ләгән эт-бесәйҙе хеҙмәтләндерәбеҙ. Заман менән бергә эшебеҙҙә лә үҙгәрештәр булып тора. Бөгөнгө интернет һәм компьютер заманында төрлө документ эше өҫтәлде. Хәҙер һәр бер эшләнгән эште программаға теркәп барырға тура килә. Шулай уҡ малдарға, эт-бесәйҙәргә бирка, аттарға чип ҡуйғандан һуң уны компьютерҙағы программаға беркетәбеҙ, - тип таныштыра Рәзил Ғәндәлип улы үҙенең эше менән.

“Ни өсөн ветеринар һөнәрен һайланығыҙ?” тигән һорауға ул:

- Минең оло ағайым да, уртансы ағайым да ғүмер буйы ветеринар булды. Ә атайым оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләне. Ветеринарҙар династияһы тиергә лә була. Шуға күрә ҡайҙа уҡырға барырға тип оҙаҡ уйлап торорға тура килмәне миңә. Ауылда тыуып үҫкән кеше булараҡ беҙ барыбыҙ ҙа йорт хайуандарын яратабыҙ, мал йәнлебеҙ.

Ғүмер юлының 38 йылын малсылыҡҡа бағышлаған Рәзил Маҡаевтың эшендә төрлө ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныс хәлдәр ҙә осрай. Бер үҙенсәлекле хәлде хәтеренә төшөрөп үтте ул. Оло ғына йәштәге ағайҙың һыйыры быҙаулағандан һуң ләж ятҡан. Ғәҙәттә, кәрәкле дауаһын биргәс, һыйырҙар тороп китә. Был һыйырға ла тейешле процедура үткәрелгәс, тороп ашай башлай. Әммә икенсе һәм өсөнсө көндә лә был хәл ҡабатлана, һыйыр кире ята ла ҡуя. Ветеринарҙар ҙа ҡурҡыуға ҡала. Шулай итеп һәүкәш тик өсөнсө процедуранан ғына ныҡлап аяҡҡа баҫа. Шатлығынан һыйыр хужаһы был турала гәзиткә яҙып сығара хатта.

Ғөмүмән әйткәндә оҙаҡ йылдар ветеринар булып эшләгән әңгәмәсем үҙенең үткән тормошо һәм яратҡан эше менән бик ҡәнәғәт. Шулай уҡ малсылыҡ өлкәһенә йәштәр эшкә килеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Әйткәндәй, Рәзил ағай тыумышы менән Һыулы Ҡыуаҡ ауылынан. 1996 йылда ул яңы йорт һалып, Атйетәр ауылына күсә. Дини тормош менән йәшәй, умарта тота ул. Төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары Рәзил Ғәндәлип улының ауыл хужалығы тармағы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләүенең һөҙөмтәһе ул.

- Ветеринария хеҙмәтенә осраҡлы ғына килеп эләккән кеше юҡ. Ошо һөнәргә уҡыған саҡта практика ваҡытында эштең бөтә нескәлектәре шунда уҡ күренә. Шуға күрә был эшкә барыһы ла алдан уйлап, аңлы рәүештә килә. Беҙҙең хеҙмәттә ике-өс ай эшләп, оҡшамай тип эштән киткән кеше юҡ. Халыҡҡа рәхмәтлебеҙ. Улар беҙҙең хеҙмәтте аңлап ҡабул итә. Төрлө аңлатыу эштәрен дә ихлас тыңлайҙар, - тип тамамланы һүҙен тәжрибәле ветеринар.

Эйе, ветеринарҙар иңенә төшкән хеҙмәттәрҙе һанап та бөтөрлөк түгел. Малдарҙы яһалма ҡасырыу эшен дә алып бара улар. Йорт хайуандарын ҡайҙалыр күсереү, һатып алыу, һуйыу һәм баҙарҙа һатыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе лә ветеринария белгестәре контролдә тота. Барлыҡ профилактик сараларҙы ваҡытында атҡарыу бик мөһим, сөнки малдарҙың сәләмәтлеге кеше һаулығы менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә уларҙың хеҙмәтен күрә һәм баһалай белеү – беҙҙең бурыс.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

 

Ҡыҙыҡлы факттар:

Тәүге ветеринар хеҙмәте күрһәтеү Боронғо Римда һәм Грецияла булған тиҙәр. Ауыр һуғыштарҙа яраланған аттарҙы дауалау кәрәккән.

Рәсәйҙә мал табиптарын электән әҙерләгәндәр. 1808 йылдың 23 июлендә Санкт-Петербург медик-хирургия академияһында ветеринар бүлексәһе асылған.

Йорт хайуандары кеше ауырыған сирҙәр менән ауырый: киҙеү, панкреатит, миокард инфаркты, һимеҙлек, ашҡаҙан сирҙәре, онкология...

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: