Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
24 Август 2022, 15:35

Дөрөҫ туҡланыусылар өсөн онһоҙ һәм сүпрәһеҙ икмәк рецебы

Уны бешереү өсөн бары тик 3 ингредиент кәрәк.

Дөрөҫ туҡланыусылар өсөн онһоҙ һәм сүпрәһеҙ икмәк рецебы
Дөрөҫ туҡланыусылар өсөн онһоҙ һәм сүпрәһеҙ икмәк рецебы

Бары тик 3 ингредиент кәрәк:
- Йәшел ҡарабойҙай (Дөрөҫ туҡланыу кибеттәрендә һатыла)
- Һыу
- Тоҙ

Икмәк тағы ла файҙалыраҡ булһын өсөн псилиум ҡушырға була. Ул да дөрөҫ туҡланыу кибеттәрендә һатыла.

1. Йәшел ҡарабойҙйҙы 12 сәғәткә һыуға батырып ҡуйырға
2. 12 сәғәттән һуң ҡарабойҙайҙы яҡшылап йыуабыҙ
3. Яҡынса 200 мл һыу, тоҙ (һәм псилиум) һалып, блендерҙа әйләндерәбеҙ
4. Силикон табаға һалып, фольга менән ҡаплап, 6-8 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға (теләгегеҙ булһа, икмәкте ҡабаҡ йә көнбағыш емеше менән биҙәргә мөмкин)
5. Мейескә 180 градусҡа 1-1.15 сәғәткә ҡуйырға.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: