Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
20 Апрель 2022, 12:56

83 йәшлек Әҡлимә инәйҙең помидоры бешкән! Ә һеҙҙеке?

Әбйәлил районының Таштимер ауылында йәшәгән Әҡлимә инәй оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, баҡса үҫтерә.

83 йәшлек Әҡлимә инәйҙең помидоры бешкән! Ә һеҙҙеке?
83 йәшлек Әҡлимә инәйҙең помидоры бешкән! Ә һеҙҙеке?

Әбйәлил районы Таштимер ауылынан 83 йәшлек  Әҡлимә Хызырованың өйөндә ҡыҙарып помидорҙары бешеп ултыра. "Их, яңы ғына йыйып өлгөрҙөм шул, килгәнегеҙҙе белмәнем", - тип өтәләнеп ҡаршы алды беҙҙе инәй. Шул тиклем салт, алсаҡ инәй булып сыҡты геройыбыҙ. Тәҙрә төптәрендә помидор үҫентеләре ултыра, гөлдәре сәскәгә күмелгән, баҡсаһында бар эштәр эшләнгән.

Әбйәлил районы инәйҙәренең шул яғын яратам, "әйҙәгеҙ, милли күлдәктәрегеҙҙе, селтәр-ҡашмауҙарығыҙҙы кейеп фотоға төшөйек", тиһәң, тиҙ арала сынъяһауҙай кейенеп тә ала улар. Был юлы ла Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙы тап шулай эшләне лә. Оло йәштә баҡса үҫтергән, март айынан алып үҙе сәскән помидор ашап, йәштәр кеүек донъя көткән инәй хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында яҡындан танышырһығыҙ.

Әйткәндәй, Әҡлимә Хызырова — Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың әсәһе лә.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: