Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
4 Апрель 2022, 15:28

Үҙ эшеңде асырға тәүәккәллә

Райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша үҙ эшеңде асыуға 250 мең һум аҡса алырға була. Кемдәр был ярҙамға дәғүә итә ала? Бының өсөн беренсенән, эшһеҙ булараҡ, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә иҫәптә торорға һәм аҙ тәьмин ителеүсе булараҡ танылырға, икенсенән, үҙ эшеңде асырға теләгең булырға тейеш.Ҡырмыҫҡалы ауылынан Рәзилә Ғирфанова нәҡ ошо программала ҡатнашып, үҙ эшен асҡан һәм бер нисә йылдар инде тотороҡло эшләп килә.

Үҙ эшеңде асырға тәүәккәллә
Үҙ эшеңде асырға тәүәккәллә

Стәрлебаш районы ҡыҙы Рәзилә Ҡырмыҫҡалыға ошо ауылы егете Таһирға кейәүгә сыҡҡандан һуң күсеп килә. Улар бер-береһе менән Йоматау ауыл хужалығы техникумында бухгалтерлыҡҡа уҡып йөрөгәндә танышалар һәм 1996 йылда өйләнешәләр. Йәш белгестәр райондың социаль тәьминәт бүлегендә эш башлайҙар. 1998 йылда ойошманы икегә бүлеү сәбәпле, Рәзилә пенсионный фондта эшләүен дауам итә. Пенсия, әсәлек капиталы тәғәйенләү эштәрен башҡара, юрист эшмәкәрлеге буйынса судтарға йөрөй. 2001 йылда ситтән тороп ауыл хужалығы институтының бухгалтер һәм аудит факультетын да тамамлай. Бер урында ғына тапанырға яратмаған Рәзилә, 2015 йылда өсөнсө балаһы менән декрет ялында ултырғанда, күптән йөрөткән хыялы парикмахерлыҡҡа уҡырға ҡарар итә. Осраҡлы ғына, эш менән тәьмин итеү үҙәге аша декрет ялында булған әсәйҙәрҙе төрлө һөнәрҙәргә уҡытыуҙары хаҡында белеп ҡала һәм ҡыҙына 1 йәш булғанда парикмахерға уҡып, таныҡлыҡ ала.
Ҡыҙына 2,5 ай тулғас эшкә яңынан сығып, бер йыл эшләгәндән һуң үҙ теләге менән эшенән китергә ҡарар итә. Һәм, әлбиттә, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә иҫәпкә баҫа. Ундағы ҡыҙҙарға үҙ эшемде асырға теләйем, ти. Аҙна һайын билдәләнергә йөрөгәндә, уға ошо программала ҡатнашып, үҙ эшен асырға тәҡдим итәләр.
Рәзилә Мәжит ҡыҙы әлбиттә, ҡуш ҡуллап риза була. Үҙенең бөҙрәхана салонын асыу тураһында бизнес-план төҙөп биргәндән һуң бер нисә ай үткәс, уның иҫәбенә 96 мең һум аҡса күсерелә. 2019 йылда ул “Ихлас” сауҙа йортонда ҡуртымға бүлмә алып, үҙ эшен башлап ебәрә.
- Уҡыуымдың төп сәбәбе – иремдең һәм балаларымдың булһа ла, сәстәрен киҫеү ине. Һәләтем дә булғандыр инде. Йәштән үк уҡыған саҡта дуҫ ҡыҙҙарҙың сәстәрен киҫә торғайным, оҡшаталар ине.
Беҙ бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ. Әгәр ҙә тормошоғоҙҙа нимәлер үҙгәртергә теләйһегеҙ икән, ҡурҡып торорға кәрәкмәй. Ә бындай программалар беҙгә хыялыбыҙҙы тиҙерәк бойомға ашырырға ярҙам итә, - тип уртаҡлашты ул.
Пандемия сәбәпле, уға “Ихлас”тан китергә тура килә. Әлеге ваҡытта район үҙәгендәге “Планета” бинаһында эшләй. Бында шарттар яҡшы, клиенттарыма ла оҡшай, ти ул.
Әгәр ҙә үҙ эшегеҙҙе асырға теләһәгеҙ, баҙнатсылыҡ итергә генә кәрәк, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге һеҙгә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: