Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
12 Март 2022, 15:33

Владимир Жириновский аңына килгән

Ул Украинала барған махсус операция буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашҡан да.

Владимир Жириновский аңына килгән
Владимир Жириновский аңына килгән

Билдәле булыуынса, ЛДПР партияһы лидеры Владимир Жириновский коронавирус менән сирләне. Уны 2 февралдә дауаханаға һалғайнылар. Бер мәл 75 йәшлек сәйәсмәндең хәле насарланды һәм уны яһалма тын алыу аппаратына тоташтырҙылар.

Һәм бына ошо көндәрҙә, ниһайәт, уның һаулығына ҡағылышлы һәйбәт яңылыҡ билдәле булды. Владимир Жириновский аңына килгән һәм шәбәйә башлаған. Ул яңылыҡтарҙы белешә, документтар менән эшләй башлаған.

Сәйәсмәндең матбуғат секретары Александр Дюпин белдереүенсә, Владимир Жириновский Украинала барған хәлдәрҙе белә. Уның фекере буйынса, Рәсәй өсөн барыһы ла һәйбәт тамамланасаҡ.

“Владимир Жириновский Украинала барған ваҡиғалар тураһында белә. Ул етди һәм ҡаты ҡарарҙарҙы хуплауы тураһында әйткәйне инде. Тик шулай итеп кенә Рәсәй үҙенең мәнфәғәттәрен яҡлай аласаҡ. Һәм ул быны күп тапҡыр күҙаллағайны. Барыһы ла беҙҙең өсөн һәйбәт тамамланасаҡ тип ышана ул”, – тип әйткән Дюпин “Рәсәй 24” каналына.

Фото: ctnews.ru

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: