Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
1 Март 2022, 16:36

Аттар янына сәйәхәт

Сихонкин ауылы ошо көндәрҙә гөрләп тора. Ауыл халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсына дәррәү ҡушылып, көн һайын тиерлек айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған төрлө мауыҡтырғыс саралар уҙғара.

Аттар янына сәйәхәт
Аттар янына сәйәхәт

- Айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса биләмәлә күп эштәр алып барыла: рейдтар уҙғарыла, эскелек һәм башҡа насар ғәҙәттәрҙе булдырмау йәки баш тартыу өсөн профилактик саралар, әңгәмәләр, лекциялар үткәрелә. Ә был конкурс халыҡ араһында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бөгөн иһә Сихонкин ауылы мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары фермер Илдар Мостафин хужалығындағы аттар янына сәйәхәт ҡыласаҡ, - тине Ҡабаҡ ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов.
Юлыбыҙҙы дауам итеп, крәҫтиән-фермер хужалығына килеп еттек. Бында һылыу, мөһаббәт хайуандар янында Илдар Миҙхәт улы ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды.
Аттарға ҡарап бер аҙ һоҡланып торғандан һуң, балалар рәхәтләнеп һыбай йөрөнө, береһе лә ҡурҡманы, ҡайһы берәүҙәре ҡабат-ҡабат йөрөргә теләне. Артабан улар егелгән, биҙәлгән саналарға ултырып бергәләшеп елдерҙеләр. Күңелле тамашаны әсәһе менән күрергә тип килгән дүрт йәшлек кескәй Ильястың да һыбай йөрөүҙән ҡыуанысының сиге булманы! Уҡыусы балаларҙың аттарҙа йөрөп күңелдәре булғас, бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөләр һәм Мостафиндар уларға тәмлекәстәр таратты.
Мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла сәйәхәт тамамланды, әммә балаларҙың һәм дә өлкәндәрҙең күңелдәрендә онотолмаҫ матур хәтирәләр ҡалды...
Ошо күңелле сәйәхәтте ойоштороусы Илдар Мостафин менән уның эше, тормошо тураһында әңгәмәләшеп алдыҡ.
- Аттарға һөйөү бәләкәй саҡтан килә. Атайым колхозда ат ҡараусы булды, бригадир ҙа булырға тура килде. Үҙемде белә башлағандан уҡ аттар эргәһендә инем инде. Һыбай елдерергә яраттым. Шул саҡтарҙа үҙ аттарымды булдырыу тураһында теләнем. Тик был бала саҡ хыялы ғына ине... Мәктәптән һуң водитель һөнәрен алып, колхозда машинала эшләнем, - тип үткәндәрҙе иҫкә төшөрҙө Илдар Мостафин.
Колхоз тарҡалғас, ир күңел төпкөлөндәге хыялын лайыҡлы тормошҡа ашыра. Тәүҙә атаһынан ҡалған дүрт атты ҡарай, уларҙы үрсетә. Яйлап аҡсаһын туплай барып, тоҡомло аттар һатып ала. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай ошо эшкә тотона. “Тәүҙә шәхси ярҙамсыл хужалыҡ менән шөғөлләнһәм, 2019 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын астым. Хайуанҡайҙарымды ҡуртымға алған еремдә ҡарайым. Улар йәй көнө йәйләүҙә йөрөһә, ҡышын кәртәләнеп алынған урында, япма ла бар, ғөмүмән, һәр саҡ саф һауалалар.
Малдарҙы тейешенсә ашатырға кәрәк. Аттар үрсетеп, килем алыу өсөн ҙур көс һалырға кәрәк. Йәйҙәрен үҙ көсөм менән бесән әҙерләйем. Техникаһыҙ булмай, ике тракторым, уға ҡоролма агрегаттарым бар. Ә арпа һәм һолоно күмәртәләп һатып алам. Әлеге көндә барлығы 60 баш атым бар. Улар аҡыллы ла, яратыуҙы һиҙәләр. Ни генә тимә, аттар электән кешеләрҙең ышаныслы ярҙамсылары, дуҫтары һәм таяныстары булған”, - тине ул. Күренеп тора, аттарын ысын күңеленән ярата, уларға яғымлы итеп үҙҙәренең ҡушаматы менән өндәшә. Ә итен һата уңған фермер. Киләсәктә йылҡыларын тағы ла үрсетергә, һабантуйҙағы ярыштарҙа ҡатнаштырырға һәм һөтөнән ҡымыҙ яһарға уйлай. Әйткәндәй, уларҙы ярыш өсөн әҙерләй башлаған да инде. Дәүләттән ярҙам да булыр, тип өмөтләнә.
Илдар Миҙхәт улы барлыҡ эштәрҙе лә ғаиләһе менән бергә алып бара. Ҡатыны Олеся Вадимовна, улдары Кирилл һәм Альберт бар эштәрҙә лә ярҙамлашалар, “Артемида” хужалығында хеҙмәт итеүсе бер туған ағаһы Фәнис тә бушыраҡ саҡтарында булыша. Мостафиндар аттарҙан башҡа байтаҡ һарыҡтар һәм һыйырҙар ҙа аҫрай.
Фермер таң атыу менән малҡайҙары янына ашыға. Һәм көнө буйы ошонда. Уның өсөн ғорурлығы булған йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнеү, был малҡайҙар араһында булыу, тирә-йүндәгеләргә изгелек һәм ҡыуаныс өләшеү – йәшәүенең мәғәнәһе булып тора. Был көндө лә Илдар Мостафин килеүселәргә мауыҡтырғыс миҙгелдәр бүләк итеп, балаларға миһырбанлыҡ тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индереп, уларҙың күңелдәрендә матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: