Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
17 Февраль 2022, 10:13

Үҙе йомшаҡ, үҙе файҙалы

Борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙар бар нәмәне эш итергә тырышҡан. Оя-оя ҡаҙҙар үҫтереп, уларҙың мамыҡтарынан түшәктәр, мендәрҙәр яһарға ла оҫта булған улар.

Үҙе йомшаҡ, үҙе файҙалы
Үҙе йомшаҡ, үҙе файҙалы

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙҙың борон-борондан ҡул эштәренә маһир булыуы билдәләнә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының барыһы ла тиерлек сигеү, тегеү, бәйләү оҫтаһы булған. Хәтерләһәгеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең йорттары ла сигеүле мендәр тыштары, таҫтамалдар һәм башҡа зауыҡлы әйберҙәр менән биҙәлгән була торғайны. Ауылда йәшәгән ҡайһы бер оло йәштәге инәйҙәрҙең өй түрен әле һаман да шундай сигеүле әйберҙәр биҙәй. Борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙар бар нәмәне эш итергә тырышҡан. Оя-оя ҡаҙҙар үҫтереп, уларҙың мамыҡтарынан түшәктәр, мендәрҙәр яһарға ла оҫта булған улар.
Халҡыбыҙҙың ошо күркәм йолаларын тергеҙеү ниәте менән Бишауыл-Уңғар ауылы клубында “Үҙе йомшаҡ, үҙе файҙалы” тигән мендәр байрамы уҙғарылды.
- Иң тәүҙә сәхнәбеҙ түрен матур-матур тышлы мендәрҙәр менән биҙәп ҡуйҙыҡ. Байрамыбыҙҙы төп ҡунаҡтар, ауылдың уңған ҡаҙ үҫтереү оҫталары – Ғәйшә Мофазал ҡыҙы Искәндәрова, Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова, Әнүзә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Әхмәҙиева йәмләне. Сарала ҡатнашыусы оло инәйҙәр халҡыбыҙҙа мендәрҙе нисек һәм ҡайҙарҙа ҡулланыуҙары, нисек дөрөҫ итеп әҙерләүҙәре хаҡындағы төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Ҡаҙ мамығынан яһалған йомшаҡ, күпереп торған мендәрҙәрҙе төндә баш аҫтыбыҙға һалып ятһаҡ, көндөҙ инде ул матур итеп түрьяҡты биҙәгән. Был хаҡта Гүзәл Әхмәт ҡыҙы бик ҡыҙыҡлы һәм ентекле итеп бәйән итте. Ғүмере буйы күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫраған Әнүзә Ғәбдрәүеф ҡыҙы мендәр эшләү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Апайҙар һөйләүе буйынса, ҡаҙҙы алты ай аҫрарға кәрәк икән. Шул саҡта ғына уның ите лә, мамығы ла өлгөрөп етә һәм сифаты яҡшы була. Ҡаҙ йолҡоуҙың да серҙәре бик күп. Мендәр яһар өсөн ҡаҙҙы дөрөҫ итеп, һыу тейҙермәй генә йолҡорға тейешбеҙ. Хәҙергесә, үтекләп йәки ҡайнар һыуға тығып йолҡҡан ҡаҙҙың йөнө мендәр эшләү өсөн бармай. Элек-электән беҙҙең халыҡ ҡаҙҙарын һыуыҡ төшкәс кенә, ҡаҙ үҙ йөнөн үҙе таҙартҡас ҡына һуйған. Ҡоро килеш кенә йөнөн йолҡоп алғас, уны ҡыш буйы елләткәндәр һәм яҙ көндәре генә түшәк-мендәр эшләр булғандар.
Мендәрҙе төрлө ваҡытта ҡулланғандар. Был турала ла бик күп мәғлүмәт әйтелде. Боронғо замандарҙа, мәҫәлән, һикелә ултырған ҡунаҡтарға һөйәлеп ултырыр өсөн мендәр биргәндәр. Килен төшөргәндә, уны йомшаҡ мендәргә баҫтырабыҙ. Йәштәргә мул тормош теләү менән бәйле булған был йола әле лә йәшәп килә. Яңы тыуған бәпескә лә, һәр ус мамыҡты һалған һайын изге теләк теләп, махсус мендәр әҙерләгәндәр. Ғаилә тормошона аяҡ баҫыусыларға бирнәгә парлы мендәр бүләк иткәндәр. Бына ошоларҙың барыһы тураһында ла тулы итеп бәйән иттеләр ҡунаҡтарыбыҙ. Халҡыбыҙҙың борондан килгән ошо йәмле йолаларын юғалтмайынса һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән үткәрелде был байрам һәм ул бик күңелле үтте, йыр-моңға ла бай булды, - тип һөйләне был матур сараны ойоштороусы Бишауыл-Уңғар ауыл клубы мөдире Фәһимә Ғаяз ҡыҙы Абдрафиҡова.
Розалия НАЗАРОВА

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: