Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
1 Ноябрь 2021, 09:59

Емеш ағастарын "йоҡлатырға" ваҡыт

Уларҙы ҡышҡа нисек әҙерләргә? Ҡайһылайтып эшкәртергә? Ағастарҙы һаҡлау өсөн тағы ниндәй саралар күрергә? Барыһы хаҡында - яҙмала.Тулы текст сайтта:

Емеш ағастарын "йоҡлатырға" ваҡыт
Емеш ағастарын "йоҡлатырға" ваҡыт

Киләһе йылдың уңышына быйыл нигеҙ һалабыҙ. Ә ул - баҡсаны, айырыуса емеш ағастарын ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләүебеҙгә бәйле.

Яҙғыһын ағастарға зыян итерҙәй бөжәктәргә ҡышларға китергә бирмәй, улар менән көрәшергә кәрәк. Ағастарҙы ҡасан эшкәртергә? Уларҙы һаҡлау өсөн тағы ниндәй саралар күрергә? Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирә.

"Әле баҡсала ағастарҙы инсектицидтар һәм фунгицидтар менән эшкәртеү иң ҡулайлы мәл. Ағас төптәрен тәрән итмәй ҡаҙып сығырға кәрәк, ашламалар индерергә, сысҡандарға ҡаршы дарыу һалырға була. 

Был ваҡытта дарыу күберәк булды тип хафаланмаҫҡа мөмкин. Ҡойолоп өлгөргән япраҡтарға ла дарыу һибегеҙ. Улар ерҙә йәшеренгән бөжәктәрҙән ҡотолорға ярҙам итер. Фосфорлы һәм калий ҡушылған махсус ашламалар индерергә кәрәк. Ағас олондарын шпатель менән таҙартып сығығыҙ ҙа шаллап ҡуйығыҙ. Йәш ағастарҙың олонон ябыу өсөн махсус материал менән ҡапларға була.

Кипкән, йә эскә ҡарай үҫкән ботаҡтарҙы киҫергә кәрәк.

Баҡсала төрлө бөжәктәргә йәшеренеү мөмкинлеге биргән сүпте сығарып түгергә кәрәк. Яҙғыһын улар уяныу менән ағастарға зыян килтерәсәк", - тип кәңәштәрен бирҙе Айһылыу.

Ә бына ағастарҙы эшкәртеү өсөн ниндәй дарыуҙар ҡулланырға икәнлеген агроном аныҡ ҡына әйтмәне.

"Бөгөн магазин кәштәләрендә төрлө препараттар етерлек. Уларҙы махсус магазиндарҙан алырға кәңәш итәм. Һатыусылар ағастарҙың күләмен, төрөн һорашып, кәрәкле дарыуҙы һайларға ярҙам итер", - тине белгес.

Фото: botanichka.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: