Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
3 Октябрь 2021, 10:17

Рөстәм был тауҙы ла “алды”!

Яҡташыбыҙ менән бәйләнеш бер нисә көн элек өҙөлгәйне. Һәм бына бөгөн ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды.

Рөстәм был тауҙы ла “алды”!
Рөстәм был тауҙы ла “алды”!

Билдәле яҡташыбыҙ, ике аяҡһыҙ ҡалған элекке десантсы Рөстәм Нәбиевтең Непалдағы 8163 метр бейеклектәге Манаслу тауына күтәрелә башлауы билдәле булғайны.

Уның менән бәйләнеш әллә нисә көн элек өҙөлдө. Тау башында интернет та, кәрәҙле элемтә лә юҡ. Яҡташыбыҙҙың хәле тураһында ҡатынына аҫта ҡалған иптәштәре рация аша ғына хәбәр еткереп тора. Һәм бына бөгөн ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды: Рөстәм тауҙың үренә менеп еткән!

“Һигеҙ меңлек” – ул үлем зонаһы, бында бөтәһе лә менә алмай, барыһы ла кешенең мөмкинлектәренә ярашлы башҡарыла. Минең осраҡта иһә был - икеләтә ауырлыҡ. Был тау үренә менеүем миллионлаған кеше өсөн бирешмәҫкә өндәү булһын, ниҙер эшләп кенә һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген аңлаһындар. Мин быны үҙем генә түгел, барыбыҙ өсөн дә эшләйем. Хоҙайым, мин ошо ғәмәлемдә бик ҙур әһәмиәт күрәм”, – тип яҙҙы ул Инстаграмда.

Ысынлап та, Рөстәмдең яҙмышы былай ҙа күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Йәш кенә көйө армияла бәхетһеҙ осраҡ сәбәпле ике аяғын да юғалтҡан егет төшөнкөлөккә бирелмәй. Киреһенсә, күптәргә ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәй, ғаилә ҡороп, ҡыҙҙар үҫтерә, бөтә йәһәттән дә юғары уңыштарға өлгәшә. Былтыр Эльбрус тауына ҡулдарында ғына күтәрелгәйне, әле лә шул рәүешле Манаслу тауына менгән беренсе кеше булды.

Манаслу - ҙурлығы буйынса донъялағы һигеҙенсе тау. Унда менеү бик хәүефле, үлем осраҡтары 17 процент тәшкил итә. Бында йыш ҡына ҡар ишелә, боҙ яуа, тәрән ярыҡтар күп.

Әммә Рөстәмде быларҙың береһе лә ҡурҡытманы. Ул алдына маҡсат ҡуйҙы һәм быға өлгәште! Афарин, Рөстәм! Имен-һау ҡайтырға яҙһын һиңә!

Фото: Инстаграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: