Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
12 Июнь 2021, 10:06

Дауа – аяҡ аҫтында, ти Бибиямал Әһлиуллина

- Беҙҙе бала саҡта дарыу эсеп үҫмәнек, ауырыһаҡ, һәр ваҡыт ҡурай еләкләп мәтрүшкәле сәй эсерә торғандар ине. Мин дә шифалы үләндәрҙең файҙаһын үҙемдә тойғандан алып, сейә, ҡарағат, ҡурай еләге, ҡайын япраҡтарын, боланут, Пәйғәмбәр тырнағы (календула), әрем, бөтнөк, һары һәм күк мәтрүшкә, үгәй инә, меңьяпраҡ үләндәрен, андыҙ, керән тамырҙарын, клевер, бәпембә, сирень, йүкә сәскәләре йыйып киптереп, төнәтмәләр һәм майҙар яһап, уларҙың һәр береһен төрлө ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланам.

  • Мөҡсин ауылында йәшәүсе Бибиямал Әһлиуллина шифалы үләндәр йыйыу серҙәренә Хәҙисә өләсәһенән өйрәнеп ҡала. Ишембай районының Ғүмәр ауылында үткән бала сағын ул сауҡалыҡ, күл буйҙарында өләсәһе менән емеш-еләк, мәтрүшкә йыйыу хәтирәләре менән бәйләй.
    - Беҙҙе бала саҡта дарыу эсеп үҫмәнек, ауырыһаҡ, һәр ваҡыт ҡурай еләкләп мәтрүшкәле сәй эсерә торғандар ине. Мин дә шифалы үләндәрҙең файҙаһын үҙемдә тойғандан алып, сейә, ҡарағат, ҡурай еләге, ҡайын япраҡтарын, боланут, Пәйғәмбәр тырнағы (календула), әрем, бөтнөк, һары һәм күк мәтрүшкә, үгәй инә, меңьяпраҡ үләндәрен, андыҙ, керән тамырҙарын, клевер, бәпембә, сирень, йүкә сәскәләре йыйып киптереп, төнәтмәләр һәм майҙар яһап, уларҙың һәр береһен төрлө ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланам.
    Ғөмүмән, ерҙә үҫкән һәр үләндең шифаһы әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Ҡайһы берҙәрен иртә яҙҙа уҡ йыйырға кәрәк, ә ҡайһыларын көҙөн. Сәскәһе өсөн икән – сәскә атҡан мәлдә, ҡоро, аяҙ көндә, ғәҙәттә, төшкә тиклем йыйырға кәрәк. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең орлоҡтары ла файҙалы, уларын инде өлгөргәс, көҙөн йыялар.
    Мин үләндәрҙе һатыу өсөн киптермәйем, балаларыма, нәҫел-ырыуға, күрше-күләнгә кәрәк саҡта таратам, - тип ихлас һөйләне Бибиямал Минибай ҡыҙы.
    Ул беҙгә үҙе йыйып киптергән үләндәрен, төнәтмәләрен күрһәтеп, рецептары менән дә уртаҡлашты:
    - Мәҫәлән, танау тонғанда, тамаҡ ауыртҡанда Пәйғәмбәр тырнағы (календула), ромашка сәскәһенең төнәтмәһе менән сайҡатһаң, ҡул менән һыпырып алғандай була.
    Ҡайын япрағы ла бик файҙалы. 7-8 ҡайын япрағына 1 литр ҡайнар һыу һалып, төнәткәндән һуң көн дауамында эсеп йөрөһәң дә була. Ул бөйөрҙәр, һейҙек ҡыуҙырыу өсөн бик яҡшы дауа.
    Әремде лә шулай уҡ 5-6 бөртөк сәскәһен бер стакан һыуҙа төнәтеп, көнөнә өс тапҡыр эсһәң дә, ҡоролай сәйнәп йөрөһәң дә була. Ҡыҙым быйыл коронавирус менән ауырығандан һуң тик әрем эсеп кенә йүнәлде.
    Йүтәл йонсотҡандан кейәү үләне (чабрец) төнәтмәһе һәм шулай уҡ бергә-бер нисбәтендә һарымһаҡ, керән, һуған һәм бал ҡушып эшләнгән дарыуҙың файҙаһы ныҡ булыуына инандым. Керән бигерәк тә үпкә алвеолаларын киңәйтеп, таҙартып ебәрә.
    Тубыҡтар ауыртҡандан төнгөлөккә шыма яғы менән дегәнәк япрағын бәйләп ятам. Шулай уҡ сирень, керәнде, бәрәңге шытығын ваҡлап турап эшләнгән төнәтмәләр, шулай уҡ бәпембә майы ла һыҙлаған урындарҙы ыуыр өсөн шифалы.
    Бәпембә майын эшләү өсөн 0,7 банкаға тултырып бәпембә сәскәләрен һалырға һәм уның өҫтөнә көнбағыш майы ҡойоп, ҡараңғы урынға 14 көнгә алып ҡуйырға кәрәк.
    Кесерткәндең файҙаһы тураһында белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Уны ҡош-ҡортҡа турап ашатһаң да, ҡайнатып һыуын эсерһәң дә, бик файҙалы.
    Бибиямал апайҙың рецептарын яҙыр өсөн бер гәзит бите лә етмәҫ ине. Әгәр ҙә уларҙы дөрөҫ ҡулланып, кемгәлер файҙаһы тейһә, бик яҡшы.
    Бар яҡлап та һәләтле, уңған, әүҙем тормош рәүеше алып барған инәйҙең бер ҙә тик ултырырға ваҡыты юҡ. Донъяһы гөрләп тора – ҡапҡа тышында күркәләре, кәзәләре йәшел үләндә йөрөһә, ихатаһында бройлерҙар, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре сипылдаша. Байтаҡ йылдар инкубаторында үҙе лә себеш-бәпкәләр сығарыу менән шөғөлләнә икән. Кәзәләр аҫрап, үҙенән артҡан һөтөн дә һата. Тәҙрә төптәрен төрлө гөлдәр биҙәһә, баҡсаһында йәй буйына матур сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра.
    Уңған хужабикә булыуҙан, тыш ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй ул. Ағинәй булараҡ, мәҙәниәт йортонда уҙғарылған һәр сарала ҡатнаша. Күптән түгел, балаларҙы һәм ағинәйҙәрҙе йыйып, күл буйында “Кәкүк сәйе” байрамын ойоштора. Боронғолар, кәкүк ауылға килеп ҡысҡырып, бәлә-ҡаза килтермәһен өсөн ҡошсоҡто ашатып-эсерергә кәрәк, тип һанаған. Шуға күрә, өлкәндәр хуш еҫле үләндәрҙән сәй ҡайнатып, тәмлекәстәр менән балаларҙы ла табында һыйлап, кәкүккә лә ашарға ҡалдыралар. Уйындар уйнап, йырҙар йырлап был байрамды үткәрәләр. Әйткәндәй, ул быйыл баш ҡалала уҙғарылған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” байрамында ла ҡатнашҡан.
    Улар Абдулла Кәшфулла улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Абдулла Кәшфулла улы зоотехник булып эшләһә (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы ун бер йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән), Бибиямал Минибай ҡыҙы ҡырҡ йылға яҡын мәктәптә биология һәм химия фәндәренән уҡыта. Ғүмер буйына уҡытыусы булып эшләгәнгәлер ҙә,
  • Бибиямал апай беҙ “Бәйләнештә”ге төркөмгә тура эфирға төшөргәндә дарыу үләндәре тураһында матур итеп һөйләне. Уның эфирын байтаҡ кеше ҡарап, шылтыратыусылар ҙа булды. Әгәр ҙә дарыу үләндәре ҡыҙыҡһындырһа, Бибиямал апайға мөрәжәғәт итегеҙ, ул ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер.
    Гөлсәсәк Аласова.
    Роза Тажетдинова фотоһы.
    Читайте нас: