Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
27 Май 2021, 14:30

Бар булмышы менән китапханасы

Мин эшләй башлаған йылдарҙа фермаларҙа, ырҙын табаҡтарында бик күп саралар үткәрә инек.

Китапханалар элек-электән рухи тәрбиә, кешегә мәҙәни белем биреү һәм тәрбиә үҙәге булған һәм хәҙер ҙә бында шул йүнәлештә эш алып барыла. Һөнәри байрамдары алдынан “Райондың иң яҡшы китапханасыһы” исеменә лайыҡ булған Боҙаяҙ моделле ауыл китапханаһы китапханасыһы Әлфинә Хәтмулла ҡыҙы Мостаева менән күреп һөйләштек.
Әлфинә Хәтмулла ҡыҙы Иҫке Муса ауылында тыуып үҫә. 1982 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң “Мир” тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша, унда өс йыл эшләй. Нисек булһа ла һөнәри белем алырға кәрәклеген аңлаған ҡыҙ Өфө китапхана техникумына уҡырға инергә ҡарар итә. Диплом алғандан һуң уны Боҙаяҙ ауылына эшкә ебәрәләр, шул ваҡыттан алып, 34 йыл, ул бер өҙлөкһөҙ китапханала эшләй. Ул нәсихәтселәре Сәүиә апай Жданова (хәҙер мәрхүм инде), Фәниә апай Ишмаҡоваларға тәжрибәләре өсөн ҙур рәхмәтле.
- Әлеге китапхана 1975 йылда төҙөлгән. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса китапханала йылытыу системаһын, электр сымдарын, тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар.
Мин эшләй башлаған йылдарҙа фермаларҙа, ырҙын табаҡтарында бик күп саралар үткәрә инек. Политинформациялар, “Йәгеҙ әле, һауынсылар” конкурстары гөрләп үтә торғайны. Хәҙер халыҡ һүлпәнләнде, йәштәргә эш тә, йәшәргә торлаҡ та юҡ.
Ауылда йорттар һалған йәш ғаиләләр күп, уларға ҡалаға йөрөп эшләргә тура килә. Шулай булһа ла, китапханаға кешеләрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ. Ҡышын өлкән йәштәгеләр күп йөрөһә, йәй етеү менән уҡыусы балалар йәйге ял ваҡытында уҡырға бирелгән әҙәбиәт исемлеген тотоп килә башлай, - ти Әлфинә Хәтмулла ҡыҙы.
Эйе, китапханасының эше китаптар биреүгә генә ҡайтып ҡалмай. Әлфинә Мостаева китаптарҙы уҡыуҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыуҙың яңы алымдарын эҙләй, төрлө формалағы һәм йүнәлештәге саралар ойоштора. Яңы китаптарҙың исем туйҙары, юбиляр яҙыусыларға арнап әҙәби кисәләр, китап уҡыусылар конференциялары, осрашыуҙар һәм башҡа сараларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Китапханала оҙаҡ йылдар “Боҙаяҙ ынйылары” түңәрәге эшләп килә. Унда бергәләп йыйылып төрлө саралар үткәреү тураһында һөйләшәләр. Ошо ауылда тыуып үҫкән шағирә Дилә Булгакова китапханала йыш ҡунаҡ – китаптарын бүләк итә, ижадташ дуҫтарын алып килә.
“Үткәндәргә ҡайтам әйләнеп” тигән кеүек әҙәби саралар халыҡҡа бик оҡшай. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҙамандар менән был осрашыу бик йылы шарттарҙа үтә.
Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир һәм композитор Миҙхәт Әбделмәнов етәкселегендә “Милли ауаз” тип атлаған тәүге концертын презентациялауҙа ла китапханасының ойоштороу һәләттәре көслө булыуы һиҙелә. Китапхана шулай уҡ ауыл биләмәһендә йәшәүсе ҡул эше оҫталары, һәүәҫкәр шағирҙар, йырсылар тураһында онлайн форматта саралар үткәрә.
- Мин ғүмер буйына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға хыялландым. Шуға ла китаптарҙы бигерәк тә яратам. Уҡыуға һөйөү тәрбиәләгәне өсөн яратҡан уҡытыусым Фаҡия Сәҙрислам ҡыҙы Низаметдиноваға рәхмәтлемен.
Китапхана эше тарих менән тығыҙ бәйләнгән. Хәҙер килеп, ниңә теге йәки был ваҡиға тураһында көслө уҡытыусылар Әнүәр Әбдиев, Шәйхи Байбулатовтарҙан һорашып ҡалмағанмын икән, улар “тере энциклопедиялар” ине бит, тип үкенәм, - ти Әлфинә Хәтмулла ҡыҙы.
Ҡарашынан изгелек бөркөлгән, бар булмышынан яҡтылыҡ, нур сәселгән был мөләйем ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Матур, изге күңелле Әлфинә Хәтмулла ҡыҙын хеҙмәттәштәре хөрмәт, ихтирам итә. Ул эшендә генә түгел, тормошонда ла уңған, маһир, бөтмөр ҡатын-ҡыҙ, балаларына яратҡан әсәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй яратышып ғаилә ҡорған һөйөклө тормош иптәше Илдарҙы иртә юғалтырға тура килә Әлфинә апайға. Өлкән ҡыҙы Гөлдәр кейәүе Тимур менән Данияр исемле ул, кесеһе Гөлфинә ире Фаил менән Аделина һәм Ислам исемле ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Гөлфинә әсәһе юлынан китеп, Өфө китапхана колледжын тамамлаған, эшләп йөрөй.
Бөгөнгө заманса шарттарҙа үҙенең эше менән иң яҡшы китапханасы исемен яулауға ирешкән Әлфинә Мостаеваны һәм барлыҡ китапханасыларҙы яҡынлашып килгән байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә артабан да ижади уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: