Даирә
+21 °С
Облачно
Ауыл уңғандары
8 Апреля 2021, 06:13
Һуған орлоғон нисек һайларға?
Ул төрлө ҙурлыҡта була. Ҙурын алырғамы әллә вағырағы яҡшымы, тип аптырашта ҡалаһың. Тулыраҡ:
Ҡайһы бер баҡсасылар һуған орлоғон көҙҙән үк алып ҡуя, кемдер баҡса эштәре башланғас ҡына эҙләргә тотона. Көҙҙән әҙерләнгән орлоҡтоң өҫтөнлөгө шунда: һайлау мөмкинлеге ҙурыраҡ, кәрәкле сортты таба алаһың, хаҡы ла арзан була. Әммә һаҡлай белмәһәң йәиһә һаҡларға урының юҡ икән, ашығырға кәрәкмәй.
Һуған орлоғо төрлө ҙурлыҡта була. Ҙурын алырғамы әллә вағырағы яҡшымы? Бер сантиметрға тиклем диаметрлы һуған орлоғо - ваҡ, яҙын бындай һуғанды ултыртмайҙар. Туҡлыҡлы матдәләр запасы аҙ булыу сәбәпле, ул ҙур булып үҫә алмай. Был һуғанды көҙҙән үк ултыртып ҡалдырыу яҡшыраҡ, сөнки сәскә атыуға ул бирешмәйәсәк.
Диаметры 1-1,8 сантиметрлы һуған орлоғо яҙ сәсеү өсөн иң яҡшыһы һанала. Ул сәскә атмай, эре булып үҫә ала. 1,8-2,4 сантиметр диаметрлы һуған сәскә атырға мөмкин, айырыуса иртә ултыртып, һалҡынға эләкһә. Шуға эрерәк һуған орлоғон ултыртырға ҡабаланырға кәрәкмәй. Ҡайһы бер баҡсасылар ҙурыраҡ һуған орлоғон йәшел һуған өсөн генә ултырталар.
Һуған орлоғон һатып алғас, бер нисә көн батарея янында таратып киптерегеҙ. Унан һуң +10...+15 йылылыҡ булған 70-75 процент дымлылыҡ һаҡланған урында тоторға кәрәк.
Һәр кем үҙенә оҡшаған һуған орлоғон һатып ала. Мәҫәлән, аҡ һуған ныҡ әсе булһа, ҡыҙылы сөсө һәм татлы.
Фото: sreda24.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/u-an-orlo-on-nisek-aylar-a-752639/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!