Тормош юлдарынан атлағанда маяҡ, һәр яҡлап та өлгө булырҙай, рухи көс өҫтәрҙәй кешеләр булыуы ҙур бәхет. Ғәҙәттә, улар менән аралашҡандан һуң сарсағандан һуң һыу эскәндәй булаһың, яңы көс-дәрт менән һуғарылаһың. Атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйебеҙ Нурия Хәсән ҡыҙы һәм Рәүеф Басир улы Аҫылғужиндар - беҙҙең ғаиләбеҙҙең алтын бағаналары, терәге ул. Беҙ уларҙың тормош юлына ҡарап өлгө алабыҙ, рухи яҡтан ныҡ, түҙемле, тырыш, маҡсат ынтылыусан, кешелекле булыуҙарына һоҡланабыҙ.
Атай-әсәйебеҙ бар ғүмерҙәрен тыуып үҫкән ерҙәренә хеҙмәт итеүгә бағышланы. Һәр эшкә - ҙур булһынмы ул, бәләкәйме, еңел-елпе ҡарамайынса, бар көстәрен һалып башҡарыу, үҙеңде уға тулыһынса бағышлау хас яҡындарыбыҙға. “Эшләгәс - еренә еткереп эшләргә, йә булмаһа тотонмаҫҡа”, - девиздары шундай булды уларҙың. Шул уҡ ваҡытта, баҙнатлы, ауырлыҡтар алдында һис баҙамай торған кешеләр улар. Шулай булмаһа, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Нурия Хәсән ҡыҙы 18 генә йәшендә йөк машинаһы руле артына ултытырып, К.Маркс колхозының алдынғы водителе була алыр инеме ни? Һуңынан ферма мөдире булғанда ла һәр эшкә яуаплы ҡарашы, кешеләр менән уртаҡ тел таба, уларҙы дәртләндерә, алға әйҙәй белеүе ярҙам итә. Етәксе булыуы еңелдәрҙән түгел, ҙур рухи көс, һәр ваҡыт янып эшләүҙе талап итә ул. Ә бит әсәйебеҙ ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын 20 йылдан артыҡ башҡара. Ләкин ниндәй генә ауыр саҡтар, сетерекле мәлдәр булмаһын, ул бер ваҡытта ла юғалып ҡалманы, төшөнкөлөккә бирелмәне. Атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәүеф Басир улы менән иңгә иң терәшеп, кәңәшләшеп һәр ваҡыт алға атланылар.
Беҙҙең атайыбыҙ, олатайыбыҙ – үҙе бер аҡыл һандығы, олоно – оло, кесене кесе итә белеүсе итәғәтле лә, кешелекле лә ир уҙаманы. Ул 1946 йылды Яңы Бәпес ауылында ғаиләлә икенсе ир бала булып донъяға килә. Иҫке Бәпес мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында автомеханик-шоферға уҡып сыға. Һуңынан әрме хеҙмәтен үтеп ҡайта ла хеҙмәт юлын тыуған кохозында башлай. Тәүҙә колхозда шофер, механик, һуңынан гараж мөдире була, артабан 15 йыллап ауыл Советы хакимиәтендә водитель булып эшләй. Атайыбыҙ, олатайыбыҙ беҙҙең өсөн тәү сиратта яуаплылыҡ, иплелек, егәрлелек өлгөһө. Тормош юлдарында төрлө мәлдәр була, шул саҡтарҙа унан кәңәш алып, ҙур рухи терәк тойоп йәшәйбеҙ. Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уны ошо матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙегә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Тәү сиратта тәрбиәгеҙ, беҙҙең өсөн терәк-таяныс булыуығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмә һүҙҙәрен белдерәбеҙ. Һеҙгә ниндәй генә йылы теләктәр теләһәк тә, аҙ булыр һымаҡ. Иң мөһиме иҫән-имен булығыҙ, артабан да шулай әсәйебеҙ менән тыуған йортобоҙҙон ҡото булып, һәр атҡан таңға һөйөнөп, һәр үткән көнгә риза, килер көнгә ныҡлы ышаныста булып, яҡындарығыҙҙың игелек-хәстәрлеген күреп бергә-бергә оҙон-ғүмер кисерергә яҙһын.
Бөгөн, атай, һинең тыуған көнөң,
Бар донъяла иң-иң изге көн!
Беҙ бәхетле булһын өсөн, сөнки
Һин тыуғанһың, атай, һин бөгөн!
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, атай, ул тулған!
Үҙең шаян, зирәк, тапҡыр һүҙле,
Һинең янда беҙгә күңелле.
Бар һорауға яуабың бар, атай,
Иң шәп атай беҙҙә, иң елле!
Олоғайҙым тиеп көймә, атай,
Шатланышып йәшәйек бергә.
Һин булғанда донъя шундай яҡты,
Әйҙә, ет һин, атай, ет йөҙгә!
Йөҙгә ет тә уҙып кит һин уны,
Йәшә лә һин, атай, гел йәшә,
Алтын кәңәштәрең бирә-бирә
Беҙҙең менән һәр саҡ йәнәшә!
Ҡотлау менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.