Ҡырмыҫҡалы ауылында юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшен Дамир Йосопов етәкселегендәге коммуналь хужалыҡ алып бара.
Хужалыҡтың грейдер машинисы Азат Ҡасимовты Тауһеңер ауылы янында урынлашҡан яңы микрорайон урамдарын ҡарҙан таҙартҡан ваҡытта осраттыҡ. Әлегә унда йәшәүселәр күп түгел, шулай ҙа көслө ҡар-бурандарҙан һуң һәр береһенең өйөнә юлдар таҙартыла.