Тыныс булғанда ла тын ҡыҫылыуы, арығанлыҡ хисе, аяҡтар шешенеү, даими йүтәл, йөрәк тибеше ритмы боҙолоуы ла йөрәккә бәйле проблемалар булыуға ишаралай ала. Аппетит юғалыуын, ҡапыл һимереү йәиһә ябығыу, баш әйләнеүҙәр, аңды юғалтыуҙар, даими депрессия, борсолоуҙар булһа ла йөрәкте тикшереү зыян итмәҫ.