Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
25 Ғинуар 2021, 15:34

Кәзә - мал түгел, тиһәләр ҙә...

Элек ауылдарҙа барыһы ла һыйыр малын аҫраған саҡта кәзә менән бик ҡыҙыҡһыныу юҡ ине. Ҡулдары оҫта булғандар ғына был малҡайҙарҙы мамығынан шәл, шарф, кофта, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләү өсөн тотто.

Ә хәҙер был һаҡалтайҙарҙы аҫраусылар артҡандан-арта бара. Һәүәләй ауылында ла кәзә тотоусылар байтаҡ ҡына. Кемдәрҙәлер унар булһа, берәү йәки бер нисәүҙе ҡа­раусылар ҙа бар. Уларҙың береһе – һаулыҡ һаҡлау уҙаманы Валира Рамазанова.
- 2001 йылдан бирле бер-ике баш инә кәзә тотам. Бәрәсләһәләр, артып та китәләр, сөнки улар икешәр йә өсәр бәрәс килтерә. Орғасыларын һатам, мал­ҡайҙарым олоғая башлаһа, йәштәрен ҡалдырам, ә тәкәләренең итенән шешлек яһайбыҙ.
Йәй айҙарында үлән ашап йөрөйҙәр. Үҙҙәре шул тиклем иркә, аҡыллы, тыңлаусандар, “Майя”, йә “Миля” тип саҡырыуым була, ҡайтып та етәләр. Көнөнә ике тапҡыр һауам, йәйен ике һауымдан барлығы 3 литрға етә. Уларҙың һөттәре ҡуйы, тәмле, шулай уҡ еңел үҙләштереүсән. Бәрәсләгән һайын һөттәре арта. Ҡураға ингәс, малҡайҙарыма бесән, төрлө йәшелсәләр - кишер, бәрәңге, сөгөлдөр, ҡабаҡ, ҡатнаш аҙыҡ ашатам. Арпа, бойҙайҙы тарттырып та, тарттырмай ҙа бирәм. Икмәк тә тотторам, шуға ҡулыма килеп торалар. Тик хайуанҡайҙарым башҡа кешеләргә яҡын бармайҙар. Бесәнде улдарым да әҙерләй, һатып та алам. Уларға әллә ни күп аҙыҡ талап ителмәй ҙә. Ҡарауҙың бер ауырлығын да, мәшәҡәтен дә тоймайым, аҙбарға сығып, улар янында булыу хатта күңелемде лә күтәрә, шулай уҡ хәрәкәт тә тик файҙаға ғына бит, - тип һөйләне хужабикә.
Валира Ғаяз ҡыҙы элегерәк кәзә һөтөнән ҡаймаҡ та айыртҡан, эремсек тә, ҡымыҙ ҙа эшләгән. Хәҙер иһә үҙенән артҡан һөттө балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ебәреп тора. Уларҙың барыһы ла кәзә һөтөн бик яраталар икән. “Кәзә һөтө иммунитетты нығыта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, ғөмүмән, бөтә сирҙәрҙән дә дауа бирә. Бигерәк тә үҫеп килеүсе йәш организм өсөн шифалы булған ризыҡты яратыуҙары яҡшы. Кәзә һөтөнөң шифаһы ҙур бит, уны хатта әсәнең күкрәк һөтөн дә алмаштыра тиҙәр”, - ти ул.
Валира Ғаяз ҡыҙы ғүмер буйы кешеләрҙең һаулығы һағында торған кеше. Ул Һәүәләй участка дауаханаһында төрлө йылдарҙа акушерка, хирургия, терапия, балалар бүлексәләрендә шәфҡәт туташы, ренгент-лаборант һәм урындағы балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Шуға ла Валира Рамазанова һаулыҡҡа битараф була алмай. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барып, һәр саҡ хәрәкәттә булырға тырыша, скандинав атлауы менән дә шөғөлләнә. Иртән тороп, кәзәләре янына ҡарарға барыу ҙа хәрәкәт итеүенең бер өлөшө булып тора. Шулай уҡ уҙаман дөрөҫ туҡланыуға ныҡлы иғтибар итеүҙе бик кәрәкле һанай. Был юҫыҡта һөтө лә, ите лә тәмле һәм шифалы булған кәзәләрҙе башҡаларға ла тоторға кәңәш итә.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.
Читайте нас: