Вәсим Кәримов етәкләгән “Варшавка” крәҫтиән-фермер хужалығында “Ванька” ҡушаматлы өс йәш тә туғыҙ айлыҡ бер үгеҙ бар икәнен ишеткәс, уның менән танышырға тип юл тоттоҡ. Шаян холоҡло Вәсим Фәрит улы: “Мин Васька булһам, үгеҙебеҙ Ванька”, - тип көлдөрөп ҡаршы алды.
Абердин-ангус тоҡомло быҙауҙы “Шайморатов” тоҡомсолоҡ хужалығынан һатып алған булған. “Ике айлыҡ ҡына сағынан уҡ тәрбиәләйем. Бер һыйырға эйәләшеп, имеп кенә үҫте. Малҡайымдың холҡо кескенәнән бик яҡшы, тыныс булды. Кемдәрҙер үгеҙҙәренә яҡын бара алмаһа, минеке иректә йөрөй, ҡулға ла килә, яраттыра. Фермабыҙҙа 45 һыйыр бар. БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан “Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү” программаһы буйынса грант алған инек. Һыйырҙарға, нигеҙҙә, яһалма аталандырыу ҡулланабыҙ, әммә был үгеҙ ҙә файҙаланыла. Уның кәүҙәһенең ауырлығы бер тонна тарта”, - тип ихлас һөйләне фермер.
Форсаттан файҙаланып, яҡташтарға һәм барлыҡ районыбыҙ фермерҙарына Үгеҙ йылында ныҡлы һаҡлыҡ, эштәрендә уңыштар теләне ул.
Ситтән бик тәкәббер булып күренһә лә, “Ванька” ысындан да үҙен бик тыныс тотто. Хужаһы менән бергәләп фотоһүрәткә төшөргәндә лә, төрлөсә баҫып, “позировать” иткәндәй, риза булды.
... Әйткәндәй, дөйөм алғанда, был малҡайҙың ыңғай яҡтары бик күп шул. Бер ҙә юҡҡа халыҡ уны йомартлыҡ, уңыш менән символлаштырмай бит. Һәр кем был йылды туҡлыҡ, аҡыл менән уйланылған йыл тип көтә. Әлбиттә, бар эштәрҙе “мөгөҙ менән ер һөрөп” бик тырышып башҡарып сыҡҡанда ғына ҙур уңыштарға ирешергә мөмкин буласаҡ. Беҙ ҙә киләһе йылда бар проблемалар үтеп, муллыҡ, туҡлыҡ һәм тыныслыҡ килеүен ҙур өмөт менән көтәбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.