Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән егет бала саҡтан техника менән мауыға. Башта водитель булып эшләүсе атаһына машиналарҙы ремонтлауҙа ярҙамлашып үҫә, һуңынан иптәш егеттәре менән мотоциклдарҙы һүтеп йыялар, иҫке генә техникаға ла йән өрөп ебәрәләр. 1-се һанлы Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбен тамамлағас та ул туп-тура Өфө ҡалаһындағы автотранспорт колледжына юллана. Ә буш ваҡыттарында машиналарҙа соҡона: таныш-белештәре мөрәжәғәт итһә, шатланып автомобилдәрен сафҡа баҫтыра. Шулай итеп, 2013 йылда ул үҙенең йорто янында гараж һалып, автосервис асып ебәрә. Башта башлыса шиномонтаж менән шөғөлләнһәләр, артабан гаражды, эш урынын киңәйтәләр. Хәҙер бында двигателдәрҙе, ходовойҙарҙы ремонтлау буйынса хеҙмәт күрһәтелә. “Шиномонтаж” да бик уңышлы эшләй. Шул уҡ ваҡытта машиналарын йыуырға теләүселәрҙән дә сират өҙөлмәй. Көтөп торорға тура килмәһен өсөн алдан шылтыратып яҙылаһың. Эштәр сифатлы һәм яҡшы итеп башҡарылыуҙан тыш, хаҡтар ҙа “тешләшмәй”, ә бөгөн был айырыуса мөһим.
Әлеге ваҡытта “У Альберта” автосервисында 4 кеше эшләй. Альберт Шәрипҡоловҡа дүрт тиҫтә йылға яҡын водитель тәжрибәһе булған атаһы Миңниәхмәт Файзрахман улы, шулай уҡ, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ярайһы оҫталыҡ туплаған Ришат Ғибәҙуллин һәм Ирек Мирсаяпов ярҙам итә.
Был йылдар эсендә автосервис хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтеп, кешеләрҙең ышанысын яулап өлгөрәләр. Егеттәр уларға ышанып тапшырылған машиналарҙы тиҙ арала сафҡа баҫтырыу өсөн бар көстәрен һала. Бәлки, ир-егеттәр өсөн был бик мөһим дә түгелдер, ә бына ҡатын-ҡыҙҙарға улар барыһын да ентекләп аңлаталар, автомобилде хеҙмәтләндереү буйынса файҙалы кәңәштәрен дә бирәләр. Миңә шуныһы бигерәк тә оҡшаны.
Киләсәктә Шәрипҡоловтар автосервис бинаһының икенсе ҡатында алмаш частар магазины асырға ниәтләй. Ул ваҡытта ул тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ – алмаш частарҙы төрлө магазиндарҙан эҙләп йөрөргә тура килмәйәсәк.
Машинағыҙ бер ҡасан да һынатмаһын һәм хәүефһеҙ булһын тиһәгеҙ, уны хеҙмәтләндереү өсөн “У Альберта” автосервисына алып килегеҙ.
Адресы: Ҡырмыҫҡалы ауылы, Рафиҡов урамы, 48/1. Телефон: 8-937-163-25-77.
Эльвира Ямалетдинова.
Реклама хоҡуғында.