Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Эшҡыуарлыҡты танытыу” федераль проектына ярашлы, республика халҡы үҙ эшеңде асыуға әҙер булыу-булмауға бушлай тест үтеп, йүнселлек күҙлегенән көслө һәм һүлпән яҡтарын баһалау мөмкинлегенә эйә. Тест үткәндән һуң, уның һорауҙарына яуап биреү тураһында электрон сертификат тапшырыла. Әле Башҡортостанда өс меңдән ашыу кеше үҙен йүнселлек йәһәтенән һынап ҡараған. Тест “Инновациялар буйынса юл күрһәтеүсе” акселераторы эксперттары тарафынан төҙөлгән. Уны үтеү өсөн www.test4biz.ru һылтанмаһы буйынса теркәлергә кәрәк. Артабан ҡатнашыусы һорауҙарға яуап биреп, бизнес-компетенциялары кимәлен раҫлай. Интеллектуаль система бөтә яуаптарҙы баһалай һәм кәңәш бирә. Еңеүселәр 18 декабрҙә көндөҙгө сәҫәт 12-лә билдәләнә. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: srk.nationalpriority.ru Автор: Лилия Давлетбакова