Бөгөн, 23 ноябрҙә, Башҡортостанда эш башлаған йүнселдәр өсөн түләүһеҙ программа ғәмәлгә индерелде. Ул республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Түләүһеҙ программа үҙ эшен асырға теләгән йәки әле генә асҡан йүнселдәр өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу “Эшлекле мөхит” порталы һәм “Минең бизнесым” үҙәге тарафынан ойошторолдо. Сараның спикерҙары – тотороҡло бизнес төҙөү тәжрибәһенә эйә булған федераль эшҡыуарҙар. Яңы эш башлағандар үҙ урынын табып, продукт сығарыу, уны һатыу, инвестиция йәлеп итеү өсөн бизнес-план әҙерләү, реклама менән шөғөлләнеү серҙәренә төшөнә. Уҡыуҙарҙы тамамлағанда сертификат, ә иң әүҙемдәр “Эшлекле мөхит” тән иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: business-ideal.ru Автор: Лилия Давлетбакова