Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
23 Ноябрь 2020, 15:12

Һөнәргә тоғролоҡ

Яңыраҡ Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бер төркөм ауыл эшсәндәре бүләкләнде. Улар араһында Боҙаяҙ ауылында йәшәүсе һәм “Зәйнуллина Ә.Ф.” крәҫтиән-фермер хужалығында эшләүсе тәжрибәле белгес, үҙ эшенең оҫтаһы Винер Әбдиев та бар. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән Рәхмәт хаты ала!

Винер Мөнир улы өс тиҫтә йылдан артыҡ һайлаған һөнәренә бик яуаплы ҡарап, тоғро хеҙмәт итә.
Ул мәктәптән үк техника менән ҡы­ҙыҡ­һына, шуға ла өлкән кластарҙа трак­торсыға уҡып, таныҡлыҡ ала. Шунан бер йыл колхозда механизатор булып эшләй. Егеттең тырышлығын, зирәклеген күреп, етәкселек уны йүнәлеш буйынса Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы инсти­тутының механизация факультетына уҡырға ебәрә, һәм ул колхоз стипендиаты була.
Егет ҡулына диплом алғас, ошо һө­нәрҙе ғүмерлек юлдашы итә. Ул атаһы һәм әсәһе эшләгән тыуған колхозға инженер булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт юлын баш­лағанда Жданов исемендәге колхоз булһа, артабан хужалыҡ “Дружба” тоҡомсолоҡ хужалығы, “Алатау”, “Бү­ләк”, хәҙер “Зәйнуллина Ә.Ф.” крәҫ­тиән-фермер хужалығы итеп үҙгәр­телә. “Исемдәр үҙгәрһә лә, эш урыным үҙгәр­мәне”, - ти ул. Ошо йылдар эсендә тыуған ерендә тәжрибә туплай, кешеләр менән эшләй белеү күнекмәләре ала һәм бына тигән белгескә әүерелә, коллективта абруй ҡаҙана. Ҡул аҫтындағы механи­заторҙар ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, яуап бирмәйенсә ҡалмай. Эйе, ысын һөнәр эйәһе булыр өсөн күп йылдар шул йүнәлештә эшләргә кәрәк шул!
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас: