Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
26 Октябрь 2020, 16:09

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы

Баҡсалы ауылында йәшәүсе Рәмзилә Мөхәмәтова балаларға белем биреүсе генә түгел, унан тыш, депутат булараҡ ауылдаштарына кәңәшсе лә, психолог та, һәр төрлө эштә әүҙем ҡатнашыусы ла.

- Дәүләкән районының Япар-Йәнбәк ауылында һи­геҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. 3-сө класты тамам­лағас, Дәүләкән интернат-мәктәбендә уҡыным. Ҡулыма аттестат алғас, документ­тарымды Салауат педагогия училищеһына тапшырҙым. Быйыл бына училищены тамамлауға ла утыҙ йыл тулды. Курсташтар менән йыйылып, матур, йәнле осрашыу үт­кәрҙек. Шул йылдарҙы иҫләп, хәтирәләргә бирелеп алдыҡ. Хеҙмәт юлымды, әлбиттә тыуған төйәгемдә, Дәүлә­кән­дә башланым. Шул ваҡытта Ҡырмыҫҡалы ауылының Үтәгән ауылында бер туған апайым йәшәй ине. Уларға килеп йөрөй торғас, был яҡты бик оҡшаттым. Һәм уға яҡын булайым тип, Баҡсалы ауылы мәктәбенә эшкә килдем. Ошо ауыл егете Әхмәт Мөхәмәт улы менән танышып, дуҫла­шып киттек. Ул “Үрнәк” колхозында тракторсы булып эшләй ине, маҡтаулы сөгөл­дөрсө булды. Колхоз тар­ҡалғас, ун йыл тирәһе почтальон булып эшләне. Бөгөнгө көндә өйҙә генә ултыра, донъя теүәлләй, мал аҫрай, ҡош-ҡорт тәрбиәләй. Бөтә донъя йөгө уның елкәһендә тиһәк тә була,- ти Рәмзилә апай.

Заманалар үҙгәреп, бик күп мәктәптәр ябылыуға ду­сар булды. Баҡсалы ауылы мәктәбенә лә ҡағыла был үҙгәреш. 2016 йылда Рәмзилә Баяз­ит ҡыҙы Сахай мәктә­бе­нең башланғыс кластар уҡы­тыусыһы булып эшкә күсә.
- Уҡытыусы булыу – бала саҡ хыялым. Балаларҙы яратам. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡы­ҙыҡһынып та ҡараған бала­ларҙың киләсәге өсөн беҙ яуаплы. Улар бит беҙҙең киләсәк,- ти ул.
Ауыл халҡы Рәмзилә Баяз­ит ҡыҙына оло ыша­нысын күрһәтә, ул дүртенсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

- Ауылда халыҡ тырыш, башлыса үҙ көнөн үҙе күрә, береһенән-береһе уҙҙырып донъя нығыта, мал аҫрай, бала-саға уҡыта. Ауылда үткәрелгән төрлө сараларҙа, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ма­тур итеп үткәрҙек. Күрше ауылға йөрөп уҡыған балалар ямғырлы-буранлы көндәрҙә урамда өшөп, һыуланып тор­ма­һын өсөн уҡыу башлан­ғанға тиклем туҡталыш ҡу­йылды.
Йыл һайын ауыл зыя­ратында өмәләр үткәрәбеҙ. Күптән түгел зыяраттың ҡоймаһын яңырттыҡ. Ҡыш көндәре юлһыҙ торғаныбыҙ юҡ. Махсус тракторҙар юлды таҙартып, оло юл менән тоташтырып тора. Һәр эштә лә ауыл Советы менән берлектә, кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ришат Хөснетдиновҡа ауыл халҡы исеменән рәхмәтлебеҙ, сөнки ниндәй генә проблема менән мөрәжәғәт итһәң дә, кире ҡаҡмай, ыңғай кәңәштәрен бирә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер,- ти Рәмзилә Мөхәмәтова.
(Аҙағын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: