Йәмле йәй айҙарында тормош ҡайнай: кемдер ял итергә ашҡынһа, икенселәр мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Ә умартасылар өсөн иң ҡыҙыу һәм мөһим осор – бал айыртыу мәле башлана. Районда умартасылар байтаҡ ҡына. Уларҙың береһе – Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Таһир Вәлиев. Уның умарталығы Ефремкин ауыл биләмәһендәге Никифоровка ауылында урынлашыуын белеү менән унда юл тоттоҡ.
Күркәм йорттоң ихатаһына индек. Артта, баҡсала, күпләп умарталар күҙгә ташланды. Таһир Фаил улы эше күп булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең үҙенеңэше менән ихлас таныштырҙы.
- Умартасылыҡ шөғөлө, күп осраҡта, ҡанға һеңеп, нәҫелдән-нәҫелгә күсә. Хозур тәбиғәтле Архангел районында йәшәүсе олатайым умарта тота ине. Минең бала сағымдың күп ваҡыты шунда үтте. Күргәндәремде күңелемә ныҡ һеңдереп ҡуйғанмын. Шуға һис тә икеләнеп тормайынса Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбен тамамлау менән Башҡорт ауыл хужалығы университетының зооинженерия факультетына умартасы белгеслеге буйынса уҡырға индем. Бына шул көндәрҙән бирле был мауыҡтырғыс донъяла ҡайнайым, - тип һөйләне Таһир Фаил улы.
Таһир Вәлиев умартасыға уҡып сыҡҡас, хеҙмәт юлын 1998 йылда Ҡарлыман совхозында зоотехник-умартасы булып башлай. Бер аҙ эшләгәс, район ветеринария станцияһы лабораторияһына күсә. Унда ҡыҫҡартылыуға эләгә һәм янғын часына ваҡытлыса эшкә урынлаша. Тик “ваҡытлыса” тип инде унда 18 йыл хеҙмәтен дауам итә. Шулай ҙа яратҡан һөнәре уға тынғылыҡ бирмәй. Умартасылыҡтың бар нескәлектәрен белгән ир 2001 йылда өс умарта һатып алып, умартасылыҡ менән шөғөлләнергә тәүәккәлләй. Әлбиттә, тейешенсә ҡарап булырмы, ҡорттар һәләк булмаҫмы, бал булырмы, тигән уйҙар уны борсомай ҡалмай. Әсәһе Нургиҙә Нурли ҡыҙы был эштә уға ҙур ярҙамсы була. Әле лә ул умарталар янында. Хәҙер 5-се класта уҡыған улы Шамил да ҡыҙыҡһынып, булышырға ғына тора. Таһир Фаил улы яйлап, умарталарҙы арттыра барып, утыҙға еткерә. Уңған бөжәктәргә тәбиғәт ҡосағы кәрәк. Шуға ла Никифоровка ауылында ер биләмәһе менән йорт һатып алып, умарталарын ошонда күсерә. Бал ҡорттарына сәскәле болон-туғайҙар, урмандар кәрәк икәнен аңлай ул. Артабан бында яңы йорт һала, ихатаны профнастил менән кәртәләп ала.
Ир оҡшаған шөғөлөн бөтә күңелен һалып башҡарғас, был эштең ауырлығын да бик тоймай. Белемен камиллаштырып, ҙур тәжрибә лә туплай. Умартасының эше бал ҡорттары кеүек тик тороуҙы яратмай. Был мауыҡтырғыс та, файҙалы ла шөғөлдә эшһөйәр, тырыш һәм тынғыһыҙ булыу кәрәк. Шулай иткәндә генә һөҙөмтә булып, мул табыш алаһың. Таһир Фаил улы интернет селтәренән бал ҡорттары тураһында мәғлүмәт туплай, китаптарҙан файҙалы кәңәштәр укый, үҙе кеүек умартасылар менән кәңәшләшә, яңы ысулдар өйрәнә. Ысынлап та, тырышлығы бушҡа китмәй. Хәҙер уның үҙенең даими һатып алыусылары ла бар. Беҙҙең яҡтарҙа күбеһенсә сәскә балы йыйыла икән, йүкәнеке лә була.
“Бал – ул кешеләр өсөн дарыу. Уның файҙаһын әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Ул аҡсаға әйләнһен өсөн йәй генә түгел, йыл әйләнәһенә көстө йәлләргә түгел. Шулай ҙа балдың уңышы һауа торошона, бал биреүсе үҫемлектәр үҫеүенә һәм башҡа факторҙарға ла бәйле. 2019 йылда районда тәжрибә уртаҡлашыу, үҫеш мәсьәләләрен сисеү, ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеү һәм профилактика, бал биреүсе культураларҙы сәсеүҙе көйләү, аграрийҙарҙың ағыулы химикаттар ҡулланыуын хәбәр итеү маҡсатында умартасыларҙың ирекле йәмғиәте төҙөлдө. Әгәр ҙә умартасылар һәм ауыл хужалығы ойошмалары кәңәшләшеп эшләһәк, күп мәсьәләләрҙе сисеп булыр ине”, - тип беҙҙе оҙатып ҡалды Таһир Вәлиев.
Фәниә Сәлимгәрәева.