Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
20 Июль 2020, 14:30

Алдағы көндәрҙе хәстәрләп

Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти. Эҫе көндәр ҙә тамамланыр, һалҡын ҡыш та оҙаҡ көттөрмәҫ. Шуға ла “Теплосеть” йәмғиәте алдағы көндәрҙе хәстәрләп, йылытыу миҙгеленә әҙерлекте башлаған да инде.

- Беҙҙең йәмғиәткә ете ҡаҙанлыҡ ҡарай. Предприятиеның эшмәкәрлеге - Ҡырмыҫҡалы, Ҡабаҡ, Константиновка һәм Прибельский ауылдарында урын­лашҡан ҡаҙанлыҡтарҙа йылылыҡ энергияһын сығарыу һәм уны ташыу транспортировкалау. Йылытыу миҙгеле тамамланыу менән йылылыҡ селтәр­ҙә­ренә гидравлик һынауҙар үткә­релә. Был һынауҙар һөҙөмтәһендә ҡайһы участкаға ремонт талап ителеүе асыҡлана. Шулай, Ҡабаҡ ауылындағы ҡаҙанлыҡта ремонт эштәре тамамланды ла инде. Әле Константиновка ауылындағы ҡаҙанлыҡта ағымдағы төҙөкләндереү бара: йылытыу ҡаҙанлығы таҙартыла.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева.
Читайте нас: