Ни ғәләмәт! Машинала китеп барғанда юл буйына теҙелеп ҡуйылған төрлө йыһаздар араһында хыялымдағы матурлап, ҡупшылап эшләнелгән боронғо ҡомартҡыны күреп, хайран ҡалдым.
Район үҙәгендә ысын ағас оҫтаһы йәшәй икән. Был йыһаздар Айрат Маннановтың ижад емеше. Бер уйлап ҡараһаң, технология алға киткән заманда ҡул эштәре менән шөғөлләнеү кәрәкмәгән дә һымаҡ. Әммә ҡулдан яһалған әйберҙәр бөгөн дә иғтибар үҙәгендә бит. Оҫта үҙ фантазияһына таянып эш итә. Уның әйберҙәре ҡабатланмаҫ биҙәлештәре менән ылыҡтыра, үҙенә тарта.
Һандыҡты, әлбиттә, һатып алдым. Шунан уның хаҡында һәм эштәре менән ҡыҙыҡһындым.
Айрат Әнүәр улы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫә. Егет урындағы мәктәптең 8 класын тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы һөнәрселек училищеһында декоратор-оформителгә уҡып сыға. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, районда линия-производство идаралығына, газ сәнәғәтенә эшкә урынлаша.
Артабан район Мәҙәниәт һарайына эшкә килә. Бында директор урынбаҫары ла, электрик та, сантехник та булырға тура килә. Шунан Сорғотҡа китеп тә эшләп ала. Яҙмыш тағы ла Мәҙәниәт һарайына алып килә. Бында художество оҫтаханаһында ул тумбалар эшләү менән мауыға, үҙе өсөн генә лә эшләй башлай.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).