Ғаиләлә өс ҡыҙ, бер малай үҫте улар. Ата-әсәләре ябай эшселәр, хәҙер хаҡлы ялдалар инде. Мин белгәндән бирле күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, умарта тотоп, ике баҡсала йәшелсә үҫтереп, етеш йәшәнеләр.Ҡасан барма, эшләп тик йөрөйҙәр ине, шуға хатта түрәләрҙән кәм йәшәмәнеләр. Мәктәпте тамамлағас, һеңлем юғары уҡыу йортоноң сит телдәр факультетына уҡырға инде, диплом алғас, сит илгә барып, стажировка үтәм, тип хыяллана торғайны.Үҙе аҡ йөҙлө, уртаса кәүҙәле,етен сәсле матур ҡыҙ ул. Ҡасан осратма, һәр саҡ ҡараулы, йыйнаҡ ҡына булды, уҡыны ла, эшләне лә. Уҡып йөрөгәндә физика факультетында уҡып йөрөүсе күрше район егете менән дуҫлашып китте. Теге егет үҙе өндәшмәҫ кенә, төҫкә лә артыҡ матур түгел ине. Барыһы ла аптыраны һеңлемә, ул һиңә тиң түгел, тип әйтеүселәр ҙә булды. Ләкин ул береһен дә тыңламаны. Ҡулдарына диплом алып, ҡала мәктәптәрендә эш тапҡас, көҙөн никахтары, һуңынан туйҙары булды. Яңы ғына эшләй башлауҙарына ҡарамаҫтан, күлдәк-костюмға, балдаҡтарға, хатта тамада менән фотографҡа аҡсаны “вис” үҙҙәре йүнләп алғандар. Кейәүебеҙ шым ғына күренһә лә, дөйөм ятаҡтың коменданты танышы булып сыҡҡан, шунда йәшәй башланылар. Беҙҙе, мәҫәлән, уҡып бөткәнсе атай менән әсәй ҡараны, эшләп нығынып киткәнсе лә аҡсалата ярҙам итеп торҙолар, ә былар икенсе курстан уҡ әсәләренән бер тин дә алманылар. Әммә бер ҡасан аҡсаһыҙ ҙа йөрөмәнеләр. Һеңлемдең өҫтөндә һәр саҡ зауыҡлы блузка, күлдәк, кофточкалар булды. Беҙ ундай шәп әйберҙәргә ҡайҙан аҡса еткерә икән, тип аптырай торғайныҡ. Кейәүебеҙ йүнсел булып сыҡты, һеңлем дә аҡсаны рәүешһеҙ тотона торған ҡыҙ түгел, әммә һәр саҡ ҡараулы булды. Уның сәстәре һәр ваҡыт килешле итеп ҡуйылған, матур итеп биҙәнгән, тырнаҡтарында – маникюр. “Быларға ярайһы ғына аҡса сыға бит!” тип гел аптырай торғайныҡ. Бәләкәй генә бүлмәләрендә, ҡасан барып барып инһәң дә, һәр саҡ тәртип, бөхтәлек булды. Шкафтарын кейәү балаҡай үҙе эшләгән. Ҡала ерендә аҙыҡ-түлеккә лә аҡса күп китә, ҡайһы саҡ кибеткә барып өлгөрмәһәң, һыуытҡыс бушай ҙа ҡуя. Ә бына һеңлемдең һыуытҡысынан һәм өҫтәленән бер ҡасан да аҙыҡ өҙөлмәне. Ит, картуф, башҡа йәшелсәләр, ҡайнатма, йомортҡа, бал, салат-малаттары менән әсәйҙәре,ҡайны-ҡәйнәһе тәьмин итеп торҙо. Икмәк, башҡа ҡамыр аштарын һеңлем үҙе бешерҙе. Ҡулы ла оҫта ине, заказға башлыҡ, жилет, кофталар бәйләне,салбар ҡыҫҡартты. Мәктәптә лә икәүһе ҡырҡар сәғәт уҡытты, репетиторлыҡ менән шөғөлләнде, студенттарға контроль эштәр, тәржемәләр эшләне. Һеңлем, хыялланғанса, өс айға Бөйөк Британияға барып, стажировка үтеп ҡайтты. Туйҙарына бер йыл тигәндә йыл буйы йыйған аҡсаларына тотонолған булһа ла автомобиль алдылар, сит илдә ял итеп ҡайттылар. Ә был ваҡытта ҡайҙан беҙгә автомобиль? Сит илдә ял итһәң, отпусктан һуң аҡса йәшәреңә таҡы-тоҡо булып ҡала торғайны. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең тапҡаныбыҙ ашауыбыҙҙан, кейенеүебеҙҙән, фатирға түләүҙән бер тин дә артмай ине.
Өс йыл йәшәгәс, коробкала ғына торған өйҙө һатып алды, өҫтәп тағы ипотека юлланы улар. Туйға төшкән аҡсаларын банкка һалған булғандар, шуны өйҙөң эсен төҙөкләндереүгә тотондолар. Ҡалғанында инде ҡоҙағыйҙар менән ата-әсәләре ремонт эшләшеп, һыу үткәрешеп биргәндәр. Ҡасандыр һөлдә генә булып ултырған өйҙө иҫ китмәле итеп эшләп сыҡтылар. 150 квадрат метрлы ике ҡатлы йортта нимә генә юҡ! Өс йоҡо бүлмәһе, ҡунаҡ, аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре. Икенсе ҡатҡа күтәрелә торған баҫҡысты, мунсаларын, беседкаларын кейәү “вис” үҙ ҡулдары менән эшләгән. Баҡсалары ҙур булмаһа ла, алма,сейә, слива, груша, ҡарағат,крыжовник ҡыуаҡтары ултыртҡандар, хәҙер өсөнсө йыл инде уңыш алалар, һеңлем ҡышҡылыҡҡа иллешәр банка ҡайнатма-компотттар яба. Быйыл бергә йәшәүҙәренә 6 йыл булып китте, ошо йыл эсендә үҙҙәренең йәштәре өсөн бик күп нәмәләргә ирешкәндәр, ә бит утыҙҙары ла тулмаған үҙҙәренә! Йыл да сит илдәрҙә, республикабыҙҙың төрлө матур урындарында булалар. Уҙған ҡыш бәпес алып ҡайттылар. Декрет ялында ла тик ултырмай һеңлем, ауырлы саҡта прическа яһау, визаж һөнәрҙәренә уҡып, туйҙарға кәләштәрҙе биҙәндерә. Кейәү иһә фотоға төшөрөү менән мауығып китте, шул уҡ байрам-кисәләрҙә арыу ғына аҡса эшләй. Уларҙың шулай тырыш булыуҙарына һоҡланырға ғына ҡала бит. Юғиһә, туғандары ярҙам иткәндәр, һөйәркәләре барҙыр, тип нимә тип кенә һөйләмәнеләр. Бына бит, йәшәйем тигән кеше йәшәй. Бына тыш, кейәү комьютерҙар ремонтлауға әүәҫләнеп киткән, һеңлем халыҡ-ара сайттарҙа тәржемәләр ҙә эшләй икән. Шулай ҙа түҙмәнем, нисек былай етеш тормошҡа йәшәүҙәренең сере менән уртаҡлашыуын һораным. Һеңлем миңә шуларҙы һөйләне. Баҡтиһәң,туйға аҡсаны студент саҡтан тинләп йыйып барғандар. Башҡашар кейенергә ҡыйбатлы бутиктарға, Дим биҫтәһендәге баҙарына йөрөгәндә, улар секонд хендтан кейенгәндәр. Бутиктан өс меңлек күлдәк алдың ни ҙә, секондтан ике йөҙ һумға алдың ни, сифаты менән бер нисек тә айырылмай,ти. Күн сумка һәм башҡаларҙы ла шулай иткән, бик булмаһа, ташламалар ваҡытында ҡарап, һайлап, иң кәрәклеһен генә алғандар. Магазин аҙығы менән туҡланмағандар, күбеһенсә үҙҙәре бешергән. Прическа, маникюрға килгәндә, студент йылдарынан модель сифатында төҫ-ҡиәфәтен ҡараған, хәҙер шул курстарға үҙе уҡып сыҡҡан. Өйҙәге йыһазды ла интернеттан ҡарап, осһоҙға, әммә сифатлыһын ҡарап алғандар, ҡайһы берҙәрен кейәү магазиндыҡынан да матурыраҡ итеп эшләгән. Бәпестәренә лә кейемде, гигиена әйберҙәрен интернет магазиндарҙан алдыралар икән. Ә памперс урынына өйҙә күберәк иҫке сепрәктәрҙән косынкалар яһап һалабыҙ,ти. Хәҙер,әлбиттә,донъялары теүәлләнгәс, секонд хендта кейенмәйҙәр.
Алдағы көндәрҙә атай-әсәйҙәренә яңы йылға шифаханаға юллама менән бүләкләргә, ауылдағы өйҙәренә һыу үткәрешеп,ике яҡҡа ла бер иш ярҙам күрһәтергә, тип план ҡоралар. Бына шулай. Бөгөнгө баҙар шарттарына кемдер яраҡлашып, донъяның артына тибеп йәшәй, кемдер һуңғы тиндәрен һанай. Ошондай йүнсел, егәрле йәштәребеҙ күберәк булһын ине арабыҙҙа!
Гөлназ ГӘРӘЕВА.