Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
25 Май 2020, 15:30

Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Радик Әғзәмовты күптәр ветеринар булараҡ белә. Булдыҡлылығы, һөнәри оҫталығы, кешеләр менән ипле аралашыуы, ойоштороу һәләте арҡаһында һөнәрендә күтәрелә – райондың ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Яуаплы һәм ҙур эш башҡарған белгес бер үк ваҡытта башҡа өлкәлә лә үҙ эшен алып бара.

Радик Рәшит улы 2013 йылда “Кузнечный двор” шәхси предприятиеһын аса. Эйе, булдыҡлылар, тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына эшҡыуар була ала шул. Районыбыҙҙан һәм күрше тирә-яҡ райондарҙан заказдар алып, кешеләрҙе матур эштәре менән һөйөндөрә. Ниңә эшҡыуарлыҡ менән шө­ғөлләнергә ҡарар иткән һәм нисек барыһына ла өлгөрә икән?!
- Мин малай саҡтан аҡса эшләргә яраттым, һәр саҡ иреклеккә, бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылдым. Алайғырҙан барда тейәгән машинаға ултырып, Ефремкин ауылы магазинына килә торғайным. Унда күп итеп ҡул сәғәттәре һатып алып, ауылға һөт машинаһына ултырып ҡайта инем дә ауыл малайҙарына ҡиммәтерәк хаҡҡа һата инем... Төҙөүсе булырға ла хыялландым. Ә яҙмыш башҡасараҡ хәл итте лә ҡуйҙы. 9-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз тех­никумына уҡырға индем. Бында ветфельдшерлыҡҡа уҡып сыҡтым. Артабан ситтән тороп Башҡорт аграр уни­вер­ситетының ветеринария бүлеген тамамланым. Был да осраҡлы түгелдер. Мал табибы һөнәренә үҙемде бағышлауым да бала сағыма бәйле. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Радил ағайым колхозда аттар ҡараны. Һәр ваҡыт уның янында уралдым. Аттарҙы өйрәтеү, уларҙа һыбай сабып йөрөү оҡшай ине. Ғөмүмән, малдарҙы бик яратам. Әле лә үкенмәйем: был һөнәрҙе бик дөрөҫ һайлағанмын! Тәүге хеҙмәт сынығыуын “Алатау” хужалығында алдым, - тип һөйләне Радик Рәшит улы.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас: