Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
7 Май 2020, 15:35

Сәғиҙулла өйҙә ятҡанда нимәләр эшләй?

"Бер нимә лә был фани донъяла мәңге түгел, бар ауырлыҡтар ҙа үтер, түҙем булайыҡ!” – ти йырсы.

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Сәғиҙулла Байегет үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда бик матур эштәр башҡара икән.
“Бына бөгөн улым менән махсус буяу ҡулланып бетон өҫтөнә таш, йәғни "плитә" формаһында һүрәттәр төшөрөп ҡуйҙыҡ әле”, – тип яңылыҡтары менән уртаҡлашҡан ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.
Йырсының күптән хаҡ дин юлында булыуы, хаж ғәмәлен үтәп ҡайтыуы, йыл һайын ихласлыҡ менән ураҙа тотоуы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ.
“Дөрөҫөн әйткәндә, был ваҡытты йыл да һағынып ҡаршы алабыҙ. Быйыл мәсеттәргә ифтарға йөрөп булмай. Өйҙә, дуҫ-иштәрһеҙ генә ауыҙ асырға мәжбүр булабыҙ. Әммә был килеп тыуған касафаттар – бары һынау. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, доғалар ҡылырға онотмайыҡ. Ауырығандар һауыҡһын, атай-әсәйҙәребеҙ, барлыҡ ололарыбыҙ иҫән-һау булһын! Бер нимә лә был фани донъяла мәңгелек түгел, бар ауырлыҡтар ҙа үтер, түҙем булайыҡ!” – тигән матур теләктәрен еткерә Сәғиҙулла.
Фото: С. Байегеттең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/S-i-ulla-y--yat-anda-nim-l-r-eshl-y-255127/
Читайте нас: