

Көн дә алма ашайһығыҙ ти, йәйәү йөрөйһөгөҙ, хәрәкәтләнәһегеҙ, ҡыҫҡаһы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бараһығыҙ, әммә бер көн килеп һаулығығыҙ ҡаҡшай. Ни өсөн? 40 йәштә файҙалы булған емеш-еләк 60-та яйлап ҡан тамырҙарын эшлектән сығара.
Күп өлкән кешеләр дарыуһыҙ тормай. Йә быуындары ауырта, йә ҡан баҫымы күтәрелә, йә шәкәр диабеты яфалай. Хатта ғүмер ахырынаса көнөнә бер нисә препарат ашаған сирлеләр бар. Оло кешенең бөйөрө яйыраҡ эшләй башлай, ҡанды таҙартыу тиҙлеге кәмей.
1. БАНАН. Бананда калий күп. Ул йөрәккә яҡшы. Һеҙ ашаған дарыуҙарҙа ла калий бар. Был минерал артыҡ булһа, йөрәк ритмы боҙола, тамырҙар тарая, ҡан ҡуйыра. Тромбтар барлыҡҡа килә. Мейелә лә. Һөҙөмтәлә - ишемик инсульт. Йөрәк йә ҡан баҫымы сирлеләр бананды (калийҙы) сикләргә тейеш. Уны яртыһын ғына һәм кис түгел, иртән, аҡһымлы йә майлы ризыҡтар (тиҙ һеңдерелмәһен өсөн) - йогурт, эремсек, сәтләүек - ҡушып ашарға кәрәк.
2. ВИНОГРАД. Хәҙерге заман сорттары бик татлы, шәкәрле. Элекке тәбиғи виноград түгел. Уны күп ашаһаң, шәкәр кимәле ҡырҡа күтәрелә. Ә ҡартайған организмда инсулин элеккесә тиҙ барлыҡҡа килмәй, ул артып киткән глюкозаға барып еткәнсе, уныһы тамырҙарға ултырып, уларҙы зарарлап өлгөрә. Виноградты аҙлап, сыр йә сәтләүек менән ҡушып ашарға һәм һис тә ас ҡарынға түгел.
3. АНАНАС. Тәбиғи аҙыҡ, десерт урынына ашарға була. Әммә шәкәре һәм кислотаһы күп. Ундағы бер фермент ҡандың ойошоусанлығына тәьҫир итә - уны шыйығайта. Ләкин һеҙ аспирин кеүек ҡанды шыйығайтыусы дарыуҙар эсһәгеҙ, ананастағы фермент уны тағы ла шыйығырҡ итә - тимәк, ҡан һауыу хәүефе тыуа. Ананастағы шәкәр ҙә ҡанға тиҙ тарала, кис ятыр алдынан ашаһағыҙ, ул энергияға китеп бөтмәй, төнө буйы организмда ҡала. Был емештәге кислота ла яҡшыға алып бармай - ашҡаҙанды ҡайнатып, ундағы шыйыҡлыҡты ҡыҙыл үңәскә сығара. Ололарҙа был әсетеү күренешһеҙ генә булырға ла мөмкин, ә ул төнгө микроспазмға килтерә - һығылыу арҡаһында тын алыу насарая, ҡанда кислород кәмей, һөҙөмтәлә, инсульт булыуы бар.
4. ҠАРБУЗ. Ул организды һыуһыҙландыра. Үҙе 90 процентҡа һыуҙан торһа ла, ул бәүел ҡыуҙырырға шәп. Йәш кеше бынан һуң, һыуһап китә һәм һыу эсеп, балансты тергеҙә. Ә 70 йәштән һуң кеше үҙенең һыуһағанын бик һиҙмәй һәм һыу эсмәй. Ҡан баҫымы юғары булып, бәүел ҡыуҙырыу препараттарын да эсһәгеҙ, һыу етмәгәнлектән тромбтар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Иртән торғанда ул ысҡынырға мөмкин... Ҡарбузды көндөҙ әҙләп кенә ашағыҙ, артынса һыу, минералка эсеп ҡуйығыҙ, семтеп тоҙ ҡабығыҙ.
5. ӘФЛИСУН. С витаминына бай тибеҙ. Әммә цитрустарҙағы бер матдә бауыр ферменттарының эшен туҡтата. Артабан дарыу эсһәгеҙ, уны эшкәрттермәй. Айырыуса ҡан баҫымынан, холестериндан, йөрәк аритмияһынан эскән дарыуҙарҙы. Тимәк, был препараттар һеҙҙең организмда, ҡанда йыйыла башлай. Йәнә тромб барлыҡҡа килеүе бар. Грейпфрутты дарыу эскәндә бөтөнләй ашарға ярамай, әфлисун менән мандаринды - табип менән кәңәшләшеп кенә.
6. АЛМАнан да инсульт булыуы бар икән. Хәҙерге алма сорттары махсус сығарылған - тәбиғи әселеге юҡ, һутлы, ныҡ шәкәрле. Тимәк, шәкәр кимәле һикерәсәк, тамырҙар ыҙа сигәсәк. Ас ҡарынға һәм төнгә алманы бөтөнләй ашарға ярамай. Әсе сорттарын (гренни, антоновка, симиренко) һайлағыҙ һәм сыр, эремсек ҡушып ашағыҙ. Алманың былай ҙа ашҡаҙанға ауыр икәнен һиҙәһегеҙҙер.
7. СЕЙӘ. Тамырҙарҙы һаҡлай, йөрәккә файҙалы, ялҡынһыныуҙы баҫа, антиоксидант тиҙәр. Ҡан шыйығайтыусы дарыуҙар эсһәгеҙ, сейәнең салицилаты ҡанды тағы ла нығыраҡ шыйығайта. Һөҙөмтәлә ҡан һауыуы бар. Сейә һутын һәм киптерелгән сейәне ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ.
8. БАҠСА ЕЛӘГЕ. С витаминына бай, антиоксидант. Әммә унда пестицидтар күп. Ҡартайғанда бауыр һәм бөйөрҙәр яй эшләй. Ә был пестицидтар ағыулы, ҡарт организмдан тиҙ генә сығып бөтмәй. Еләктәге пурин, бәүел кислотаһы ла быуындар һәм бөйөр ауыртҡанда зарарлы. Йыш ашамағыҙ һәм тәбиғи еләкте һайлағыҙ.
9. МАНГО. Киптерелгән емеш зыянлы. Унда шәкәр бик күп. Бер сынаяҡ һутында 45 грамм шәкәр бар. Ә ундағы тағы бер матдә бауыр эшмәкәрлеген тотҡарлай, һөҙөмтәлә дарыуҙар эшкәртелмәй, организмда йыйыла. Һирәкләп кенә һәм көндөҙ ашағыҙ. Киптерелгәненән бөтөнләй баш тартығыҙ.
Оло йәштә нимәләрҙе ашарға һуң? Көртмәле, ҡурай (ағас еләге, әберсә) еләге, ҡара бөрлөгән, йәшел алма, авокадо, лимон, лайм - көндөҙ, аҡһым һәм май менән ҡушып. Һәм, әлбиттә, ас ҡарынға түгел.
ИҒТИБАР! Мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Тәүҙә дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.
Фото:ru.pinterest.com.