

Шулай итеп, һаулыҡ өсөн бик тә файҙалы булған квасты эшләйбеҙ.
Өс литрлыҡ банканың 2/3 өлөшөн кесерткән менән тултырабыҙ. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы һыуҙы ҡоябыҙ. Шишмә һыуы булһа, бигерәк шәп. 4 аш ҡалағы бал һәм 8 бөртөк йөҙөм өҫтәйбеҙ.
Өҫтөн марля йәки йоҡа сепрәк менән ҡаплайбыҙ. Банканы мотлаҡ тәрән һауыт эсенә ҡуйығыҙ.
Сөнки квас әсей башлағанда, ул ташасаҡ. Банканы иң ҡояшлы урынға ҡуябыҙ. 2 - 3 көн эсендә әҙер була. Кесерткән квасы быуындар һәм һөйәктәр һыҙлауынан, аҙ ҡанлылыҡтан, геморройҙан, депрессиянан ярҙам итә, күҙ күреүҙе яҡшырта, тире ауырыуҙарын бөтөрә, климакс мәлендә ярҙам итә, гемоглобинды күтәрә, ҡанды таҙарта.
Аллергияһы булғандарға, кескәй балаларға, ауырлыларға, тромбофлебиты булғандарға ярамай.
Кесерткән ҡанды ҡуйырта, тейҙәр. Бик үк килешеп етмәйем. Сөнки бының өсөн кесерткәнде көнө-төнө ашарға һәм эсергә кәрәктер. Һуғыш ваҡытында күп ҡан юғалтҡан яралыларҙы кесерткән төнәтмәһе эсереп дауалағандар.
Һау булайыҡ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
https://hakmar.ru/articles/auly-ur-bayly/2026-05-07/kesertk-n-kvasy-k-p-auyryu-an-shifa-4679136