Даирә
+12 °С
Дождь

Үҙ урынын үҙе биҙәй ул

“Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уй-фекерҙәре лә”, - тип әйткән билдәле яҙыусы А.П.Чехов. Был бик хаҡ һүҙҙәр. Эске һәм тышҡы донъяһы тулы гармонияла булған кеше, әлбиттә, һәр ваҡыт күркәм күренә. Был һүҙҙәрҙе яҙған саҡта үҙәк район дауаханаһында күп йылдар секретарь булып эшләүсе Анастасия Пилюгина күҙ алдында тотолдо.

Үҙ урынын үҙе биҙәй улҮҙ урынын үҙе биҙәй ул
Үҙ урынын үҙе биҙәй ул

Секретарҙар – һәр ойошма, учреждениеның өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеүсе яуаплы административ хеҙмәткәрҙәр. Етәксенең уң ҡулдары, ярҙамсылары барлыҡ һорауҙарға ла тиҙ арала яуап табырға һәләтле, документтар менән эшләү өсөн яуаплы һәм шулай уҡ телефон аша һөйләшеүҙәр алып барыусы ла, килгән кешеләрҙе матур итеп ҡаршы алыусы ла.

Анастасия Пилюгина Ауырғазы районында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Талбазылағы 82се һөнәрселек училищеһын тамамлай. 2006 йылда Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына секретарь булып эшкә урынлаша һәм бына хәҙер 20 йылға яҡын үҙ эшен лайыҡлы башҡара. Белеүебеҙсә, был йылдар эсендә район дауаханаһында бик күп баш табиптар алышынды, тик Анастасия Валериевна һаман да үҙ урынында ҡала.

- Эшемде ныҡ яратам. Үҙем һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгесе булмаһам да, бөтә хеҙмәтем табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре менән бәйле. Барлыҡ тиерлек документация минең ҡулдан үтә, - ти үҙенең бик яуаплы хеҙмәте хаҡында һәр кешегә яҡты йөҙлө, алсаҡ, тәжрибәле белгес.

Үҙ эшен яҡшы башҡара Анастасия Валериевна. Уның тураһында һәр саҡ маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә була.

- Эшләгән осоронда үҙен грамоталы белгес булараҡ күрһәтте. Үҙ вазифаһына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, намыҫлы башҡара. Стандарт булмаған проблемаларҙы ла һөҙөмтәле хәл итеүгә өлгәшә. Етәкселектең күрһәтмәләрен һәм йөкләмәләрен үтәү ваҡытын даими контролдә тота. Етәксегә ҡултамғаға тапшырылған документтарҙың әҙерләнгән проекттарын дөрөҫ рәсмиләштереүҙе, кәрәкле осраҡтарҙа уларҙың йөкмәткеһен сифатлы редакциялауҙы тәьмин итә. Учреждение етәксеһе өсөн тәғәйенләнгән мәғлүмәтте оператив һәм хатаһыҙ тапшыра һәм ҡабул итә. Үҙен ҡыҙыҡһыныусан, ижади, аралашыусан белгес итеп күрһәтте. Аналитик һәм системалы фекерләүгә эйә. Ул һәр саҡ яңы белемгә ынтыла, үҙ компетенцияларын күтәреү өсөн даими уҡырға әҙер, төрлө кешеләр менән уртаҡ тел таба белә һәм стресс хәлдәренән ҡурҡмай. Ошо сифаттары менән ойошманың бөтә хеҙмәткәрҙәренең лайыҡлы хөрмәтен яуланы, - ти хеҙмәттәштәре уның тураһында.

Эйе, Анастасия Пилюгина һәр ергә лә өлгөрә, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, дауахананың интернет селтәрендәге төркөмдәрен тейешле рәүештә алып бара. Тырыш хеҙмәткәр күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, үҙ бурыстарына намыҫлы мөнәсәбәте өсөн бер нисә тапҡыр үҙәк район дауаханаһының, муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Анастасия Валериевна ғаиләһенән дә уңған. Тормош иптәше менән бер ҡыҙ үҫтерәләр.

“Урын кешене биҙәмәй, кеше биҙәй урынды”, - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Был һүҙҙәр туранан-тура бөгөнгө мәҡәләм геройына тап килә. Үҙ урынын үҙе биҙәй ул. Киләсәктә лә шулай хеҙмәтегеҙҙән тәм табып, дәртләнеп эшләргә яҙһын Һеҙгә!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас