

- Ауыл халҡын хирург, невролог, психиатр, нарколог, офтальмолог, УЗИ, терапевт һәм акушер-гинеколог ҡабул итә. Бөгөнгө көндә барлығы 130 кеше теркәлде. Шулай уҡ һәр бер пациенттың буйын һәм кәүҙә ауырлығын үлсәйбеҙ, офтальмолог күҙ баҫымын тикшерә. Бөгөн Олокүл ауылына районыбыҙҙың мобиль ФАП-ы һәм Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһының “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” күсмә комплексы килде, - тип ҡаршы алды беҙҙе район үҙәк дауаханаһының өлкән фельдшеры Светлана Ғәйфуллина.
Артабан беҙ Светлана Ғәлимйән ҡыҙы менән Олокүл ауылы ФАП-ына индек. Бында сиратта халыҡ ҡайнап тора ине. Иң тәүҙә табип-терапевт кабинетына йүнәлдек.
- Бик яҡшы эш башҡаралар. Ауылыбыҙ ҙур, шуға күрә халыҡты ике көн буйы ҡабул иттеләр. Табиптар килгән һайын сәләмәтлегемде тикшертеп торам. Шундай оло эш башҡарыусыларҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт әйткем килә, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште терапевт ҡаршыһында ултырыусы Игорь Баранченко.
- “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” милли проекты сиктәрендә ауылдар буйлап “Сәләмәтлек поезы” йөрөй. Бында невролог, эндокринолог, офтальмолог, хирург кеүек тар профилле белгестәр ҡабул итә. Шулай уҡ УЗИ, ЭКГ эшләйбеҙ, анализдар алабыҙ. Ике йыл һәм унан да күберәк медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итмәгәндәрҙе саҡырып алырға тырышабыҙ. Әлбиттә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, йөрөй алмаған пациенттарға ҙур иғтибар йүнәлтәбеҙ, уларҙың өйҙәренә барабыҙ, - тип һөйләне үҙҙәренең еңел булмаған эше тураһында Олокүл табип амбулаторияһы мөдире, табип-терапевт Карина Мөхәмәҙиева.
- Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Сәләмәтлек поезы” ойошторолдо. Районда был эш 13 апрелдә башланды. Боҙаяҙ, Подлуб ауылдарында булдыҡ. Олокүл ауылына икенсе тапҡыр килдек. Көнөнә 200-ҙән ашыу кеше үтә. Ауыл халҡының күптәре район үҙәгенә дауаханаға йөрөй алмай, шуға күрә табиптарҙың үҙҙәре килеүе барыһына ла оҡшай. Һәр бер белгес көнөнә 40-50 кешене ҡабул итеп өлгөрә. Бөгөн Өфөнән психиатр-нарколог та килде. Бына әле генә ике кешелә онкология сиренә ҡарата шик белдерелде һәм улар артабан тикшерелеүгә йүнәлтелде.
Шулай уҡ ике кешене тиҙ арала дауаханаға һалырға хәл иттек. Артабан “Сәләмәтлек поезы” менән Һарт-Шишмә, Яңы Ҡыйышҡы ауылдарына юл тотабыҙ, - тигән аңлатма бирҙе район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Насип Сибәғәтуллин. Шулай итеп, күсмә сәләмәтлек үҙәктәре киләсәктә районыбыҙҙың башҡа ауылдарына ла юл алып, халыҡтың һаулыҡ торошон тикшерәсәк. Һеҙгә инде бары тик алдан мәғлүмәт алып, табипҡа күренеү өсөн үҙеңде әҙерләп, ошондай уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына ҡала.
Зәкирә ШИРИЯЗДАНОВА, Олокүл ауылы, 73 йәш:
- 1975 йылдан алып ошо ауылда йәшәйем. Һатыу эшендә хеҙмәт иттем, хаҡлы ялға сыҡҡансы күп йылдар ашхана мөдире булдым. Табиптар даими рәүештә килеп, сәләмәтлегебеҙҙе тикшереп торалар. Уларға бик рәхмәтлебеҙ. Хоҙай Тәғәләгә шөкөр, ауылыбыҙға ошондай ҙур, яҡты, матур амбулатория һалдылар. Бында мөрәжәғәт иткән һайын ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар. Шундай яҡшы терапевт беҙгә эшкә килде, ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Карина Салауат ҡыҙы бик белемле табип, һәйбәт ҡарай, халыҡ менән матур итеп аралаша белә. Барлыҡ табиптарҙың бер көндө үҙҙәре килеүе ныҡ уңайлы. Үҙебеҙгә район үҙәгенә йә Өфөгә йөрөргә лә кәрәкмәй. Йома көнө эндокринологты, офтальмологты үткәйнем, бөгөн иһә УЗДС үтергә килдем. Барыһы ла ошо уңайлы мөмкинлекте файҙаланып ҡалһындар, даими рәүештә һаулыҡтарын тикшертеп торһондар. Беҙҙең бар теләгебеҙ - һуғыштар бөтөп, илдәр тынысланып китһен!
Розалия НАЗАРОВА.