Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Апреля , 12:03

Ҡан тапшырыуға нисек әҙерләнергә?

Маҡтаулы донорға күпме аҡса түләнә?

Маҡтаулы донорға күпме аҡса түләнә?

 Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Донорҙар көнө айҡанлы йыл да Ҡан һәм елек майы донорлығы аҙнаһын үткәрә

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Донорҙар көнө айҡанлы йыл да Ҡан һәм елек майы донорлығы аҙнаһын үткәрә. Төп маҡсаты граждандарға ҡан донорлығы мөһимлеге һәм донорлыҡ ҡағиҙәләре тураһында аңлатыу, дөрөҫ мәғлүмәт биреү. Аҙналыҡ быйыл 13 апрелдән 19 апрелгә тиклем  үткәрелә. Ғилми тикшереүҙәр һәм практик күҙәтеүҙәр 500 миллилитрға тиклем күләмдә ҡан биреүҙең кеше сәләмәтлеге өсөн зыянһыҙ икәнен иҫбатланы. Даими рәүештә тапшырылған ҡан донациялары донор организмына яҡшы тәьҫир итә.

 

Ҡан тапшырыуға нисек әҙерләнергә?

Донация алдынан һәм ҡан биргән көндә майлы, тоҙло-боросло һәм ыҫланған аҙыҡтарҙы, колбаса изделиеларын, шулай уҡ ит, балыҡ, һөт ризыҡтарын, йомортҡа һәм майҙы ҡулланыу тыйыла. Варенье менән сәй эсеү, төрлө һут-морстар, компот, минераль һыу ҡулланыу яҡшы. Икмәк, сохарый, сушки, һыуҙа бешерелгән бутҡа, макарондар, йәшелсә һәм еләк-емеш (авокадо, сөгөлдөр һәм банандан башҡа) был көндө туҡланыу өсөн һәйбәт аҙыҡтар.

Ҡан тапшырыу өсөн ойошмаға килгәнгә тиклем 48 сәғәт алда алкоголь ҡулланыу тыйыла, ә 72 сәғәткә тиклем аспирин һәм анальгетиктар булған дарыуҙарҙы эсергә ярамай.

Донация процедураһына тиклем бер сәғәт алда тәмәке тартыуҙы ташлап тороғоҙ.

Ҡанды ни тиклем иртәрәк бирәһегеҙ, организм өсөн шунса яҡшыраҡ. 12 сәғәттән һуң даими донорҙарға ғына тапшырырға тәҡдим итәбеҙ, ти табиптар. Тән ауырлығы 50 килограмдан кәм булмаған, йәше 18-ҙән юғары булған һәр кем донор була ала.

Төнө буйы дежур иткәндән йәки йоҡоһоҙ төндән һуң донация процедураһын планлаштырмағыҙ. Шулай уҡ имтихандар, ярыштар алдынан, көсөргәнешле эш осоронда ҡан бирергә ярамай.

 “Тромбоциттарҙың яраҡлылыҡ срогы – ни бары ете көн, шуға күрә уны даими әҙерләргә кәрәк. Эритроциттар 42 көнгә тиклем йәшәй, шуға күрә беҙгә даими донорҙар булыуы мөһим”, – ти Республика ҡан биреү станцияһының бүлек мөдире Фирүзә Хәлилова.

Башҡортостанда “Рәсәйҙең почетлы доноры” түшкә таға торған билдәһе менән наградланған граждандарға быйыл ғинуарҙан 19497 һум 68 тин күләмендә аҡсалата түләү ҡаралғанлығы тураһында беләһегеҙме? Отпускыны теләгән ваҡытта алырға мөмкин.

Әйткәндәй, Космонавтика көнөндә Рәсәй Геройы Михаил Корниенко Республика ҡан биреү станцияһында ҡан бирҙе. Ул – Рәсәйҙәге 106-сы, донъялағы 511-се космонавт.

Фото: Республика ҡан биреү станцияһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас