Даирә
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Малайҙарҙы сөннәтләү ни өсөн кәрәк?

Был ғәмәлде ҡасан атҡарыу, уның файҙаһы, ҡасан нығыраҡ ауыртыуы һәм башҡалар хаҡында

Малайҙарҙы сөннәтләү ни өсөн кәрәк?
Малайҙарҙы сөннәтләү ни өсөн кәрәк?

Был ғәмәлде ҡасан атҡарыу, уның файҙаһы, ҡасан нығыраҡ ауыртыуы һәм башҡалар хаҡында.

Беҙҙә – “сөннәтләү” йәки “бабаға ултыртыу”, ғәрәптәрҙә “хитан” тип аталған ғәмәл ир баланың енес ағзаһы осондағы тиреһен ҡырҡып алып ташлауҙан ғибәрәт. Ул халҡыбыҙ тарафынан Ислам дине аша ҡабул ителгән һәм элек киң таралған булған. Үткән быуаттың 70-се йылдарында ла башҡорт ауылдарында малайҙарҙы, төрлөсә әүрәтеп, сөннәтләүгә алып барғылағандар, әле иһә был – һирәк күренеш.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ейәндәрен тыуғандан һуң ете көн үтеүгә сөннәтләгән. Ҡайһы бер сәхәбәләр был ғәмәлде Ислам динен ҡабул иткән саҡта мотлаҡ башҡарыуҙы хуп күргән. Әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарындағы хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) иһә хитанды 80 йәшлек сағында үҙенә үҙе эшләгән. Һәр хәлдә, сөннәтләүҙе ир бала бәлиғ йәшкә еткәнсе атҡарып ҡуйыу хәйерле, сөнки аҙаҡ тире ҡалыная, ауыртыу көслөрәк була.

Фәнни яҡтан ҡарағанда, сөннәтләүҙең сәләмәтлеккә лә, енси тормошҡа ла ыңғай йоғонтоһо ҙур.

* Бабаға ултыртылмаған иргә енес ағзаһының тиреһе аҫтында ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар тупланыуы янай. Сөннәтләнгәндән һуң таҙалыҡты һаҡлауы еңеләйә.

* Енес ағзаһының осондағы тирене ҡырҡып ташлау малайҙарҙы шулай уҡ фимоз һәм парафимоз һымаҡ сирҙәрҙән арындыра.

* Һуңғы йылдарҙа үткәрелгән клиник һәм эпидемиологик тикшеренеүҙәр раҫлауынса, бабаға ултыртылмаған ир-аттың һейҙек каналы 11 (!) тапҡырға йышыраҡ шешеп, ауырта. Ундай саҡта медицина белгестәренә мәжбүри сөннәтләргә тура килгеләй.

* АҠШ ғалимдарының докладына ҡарағанда, бәләкәй сағынан уҡ бабаға ултыртыу малайҙарҙы енес ағзаһында яман шеш (рак) барлыҡҡа килеүҙән дә һаҡлай.

* Сөннәтләнгән ирҙәрҙә СПИД йоҡтороу хәүефе 8 тапҡырға кәмерәк.

Күп кенә халыҡтарҙа ир баланы бабаға ултыртыу уңайынан байрам ойоштороу йолаһы бар. Ҡайһы бер төбәктәрҙә тотош ауылды йыйып ҡунаҡ итәләр, сөннәтләнгән малайҙарға ҡиммәтле бүләктәр бирәләр хатта. Әлбиттә, камиллыҡҡа ынтылабыҙ, нәҫелебеҙҙең сәләмәт булыуын теләйбеҙ икән, әлеге йола беҙҙә байрам тойғоһо ғына уятырға тейештер.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

Автор: Дилбәр Ишморатова
 
Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас