Даирә
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Минең өсөн иң мөһиме - эшемдең һөҙөмтәһе”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса дауалау учреждениеларын белгестәр менән тәьмин итеү ҡаралған. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары ярҙам итә.

“Минең өсөн иң мөһиме - эшемдең һөҙөмтәһе”
“Минең өсөн иң мөһиме - эшемдең һөҙөмтәһе”

Был проект районыбыҙҙа ла уңышлы тормошҡа ашырыла. “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә ҡайтҡан белгестәр араһында Илһөйә Йосопбаева ла бар. Ул 2024 йылдың көҙөндә район үҙәк дауаханаһында участка терапевты булып эш башлай.

Илһөйә Нәфҡәт ҡыҙы тыумышы менән Күгәрсен районынан. Биология һәм химия фәндәрен яратҡан ҡыҙ 2016 йылда БДМУ-ның дауалау эше факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғандан һуң Өфө ҡалаһының 50-се поликлиникаһында эш башлай. Артабан маҡсатлы йүнәлеш буйынса терапия белгеслеге буйынса ординатура тамамлап, районыбыҙҙа хеҙмәт юлын дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә йәш табип үҙен белемле, етди итеп күрһәтә. Бурысына яуаплы ҡараған, кешеләр менән асыҡ мөғәмәләлә булған табипты пациенттар ҙа ярата.

- Поликлиникала халыҡты график буйынса ҡабул итәм, шулай уҡ участкаға ҡараған ауылдарға саҡырыу буйынса ауырыуҙарға барам, дежурстволарға ла сығырға тура килә. Эшем бик оҡшай, уға бар күңелемде һалырға тырышам. Кешеләр минең дауалауымдан, кәңәштәремдән ҡәнәғәт икән, уларға ярҙам итә алыуыма шатмын. Минең өсөн иң мөһиме - эшемдең һөҙөмтәһе. Тәғәйенләнешемде дөрөҫ тапҡанмын, тип уйлайым. Тормошомдо башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти изге һөнәр эйәһе.

Илһөйә Йосопбаева 5-се һәм 6-сы участкаларҙа эшләй. Дөйөм алғанда - 3800 кеше, көнөнә 26-30 кешене ҡабул итә. Ҡырмыҫҡалы, Шәрипҡол, Мөкәй, Күлләр, Урал, Һыуыҡ-Шишмә, Һары-Һаҙ, Дубрава, Ҡыҙыл Октябрь ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Табип менән бергә уҙған йыл медицина колледжын тамамлап эшкә ҡайтҡан шәфҡәт туташы Физалиә Абдуллина эшләй.

Табипҡа кешеләргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ, тигән һорауымды бирәм.

- Сир ваҡытында асыҡланырға тейеш, уны дауалағансы, һаҡланыу саралары күреү яҡшыраҡ. Шуға күрә профилактика өсөн диспансерлаштырыу сараларын йыл һайын үтеп торорға кәрәк, тип йомғаҡланы һүҙен ул.

Йәш табипҡа бар күңелебеҙҙән изге эшендә уңыштар, һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас