Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Февраль , 12:29

Йомортҡа ҡабығы ла дауа

Ймортҡа ҡабығында 2000 мг кальций бар, ти белгестәр. Ул ғына ла түгел, тап йомортҡа ҡабығындағы был минерал күпкә яҡшыраҡ үҙләштерелә.

Йомортҡа ҡабығы ла дауа
Йомортҡа ҡабығы ла дауа

Ймортҡа ҡабығында 2000 мг кальций бар, ти белгестәр. Ул ғына ла түгел, тап йомортҡа ҡабығындағы был минерал күпкә яҡшыраҡ үҙләштерелә.
Йомортҡа ҡабығы тырнаҡтар һыныусанлығынан, теш ҡаҙнаһы ҡанауынан, остеопороздан, астманан, артриттан, һөйәк йәрәхәттәренән, ревматизмдан, йоҡоһоҙлоҡтан, эс ҡатыуҙан, тән сабыртыуҙан ярҙам итә. Ауырлы ҡатындарға, шулай уҡ 6 йәшкә тиклемге балаларға аҙыҡҡа йомортҡа ҡабығы ҡушып ашарға кәңәш ителә.

 

Сей йомортҡа ҡабығы ла дауалау үҙенсәлегенә эйә. Йомортҡаны йылы һыуҙа һабынлап йыуып, ағын һәм һарыһын ағыҙып алырға һәм эсендәге пленкаһынан таҙартырға. Ҡабығын ике-өс сәғәт киптерергә (тик ҡояшта түгел), балалар өсөн уны мейестә ҡыҙҙырырға. Киптергәндән һуң ҡабыҡты он хәленә килгәнсе иҙергә һәм ҡара быяла һауытта өҫтөн мамыҡ менән ябып һаҡларға. Көнөнә 1,5—2 г (йәшкә ҡарап) эремсеккә һәм бутҡаға ҡушып ашарға (бер йомортҡа ҡабығының ауырлығы 3,5—5 г).

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

Сығанаҡ:https://vk.com/avulselo?w=wall-187772453_148359

 

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас