Район үҙәк дауаханаһы яңы автомобиль алды. Яңы “Lada Vesta” машинаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса федераль аҡсалар йәлеп итеп, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы сиктәрендә һатып алынды.
Был еңел автомобиль аҙ хәрәкәт иткән пациенттарҙы йөрөтөү һәм бер медицина хеҙмәткәре йәки дүрт пассажирҙы ташыу мөмкинлеге бирә. Улар өсөн ултырғанда һәм хәрәкәт иткәндә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеүсе махсус механизмдар һәм тотҡалар тәғәйенләнгән. Шулай уҡ машинала инвалид коляскаһы өсөн урын бар.
- Яңы автомобиль медицина персоналының мобиллеген арттырасаҡ, пациенттарҙы килтереүҙе тиҙләтәсәк һәм тәүге медицина ярҙамын оператив күрһәтеүҙе тәьмин итәсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был былтыр «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дауахана алған дүртенсе автомобиль. Улар уңайлылығы менән айырылып тора, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Юғары сифатлы медицина ярҙамын тәьмин итеү - граждандарыбыҙҙың һаулығын һәм именлеген тәьмин итеү, автопаркты яңыртыу — был эштең мөһим өлөшө, - тип билдәләне дарыухананың баш табибы Феликс Сакаев.
Эйе, был машиналар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Бигерәк тә ҡатмарлы юл шарттарында улар бик кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты 2025 йылдың 1 ғинуарынан старт алды. Был Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.