Осрашыуға махсус хәрби операция ветерандары Вадим Ибраһимов менән Линар Шәрипов, район үҙәк дауаханаһының өлкән фельдшеры Светлана Ғәйфуллина һәм Константиновка ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Айһылыу Мөхәмәтуллина килде. Улар уҡыусыларҙы беренсе ярҙам ҡағиҙәләре менән таныштырҙылар. Белгестәр дәрес ваҡытында ашығыс ярҙамды нисек саҡыртырға кәрәклеген, төрлө йәрәхәттәр ваҡытында, медицина сараларын ғына түгел, ҡул аҫтындағы сараларҙы ла ҡулланып, нисек беренсе ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләне. Бында шулай уҡ ҡан ағыуҙы туҡтатыу, жгуттар һәм теркәү бинттары һалыу, яраларҙы эшкәртеү, йөрәк-үпкә реанимацияһы, тын юлдарында сит есемдәр торғанда ярҙам итеү саралары ла ҡаралды.
Сара сиктәрендә өлкән класс уҡыусылары ғәҙәттән тыш хәлдәр мәлендә ярҙам күрһәтеүҙең теорияһын тыңлап ҡына ҡалманы, ә ашығыс ярҙам килгәнсе беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнде. Улар шулай уҡ тактик аптечкаларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрен, йәрәхәтләнгәндә һәм бәхетһеҙ осраҡта үҙеңә һәм бер-береңә ярҙам итеү тәртибен һәм башҡа кәрәкле алымдарҙы үҙләштерҙе.
- Бөгөнгө осрашыу кеше тормошонда иң актуаль булып торған мәсьәләләргә ҡағыла. Тәүге ярҙам ҡағиҙәләрен үҙләштереү – йәмғиәттең иң мөһим бурысы. Ҡағиҙәләр ярҙамында һәр граждан ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итә ала. Тәүге ярҙамдың ябай һәм һөҙөмтәле ысулдарын өйрәнеп, беҙ үҙебеҙҙең һәм кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға өлөш индерәбеҙ, - тине 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе директоры Марат Әбүбәкиров.
Махсус хәрби операция ветерандары ҡыҙҙар һәм малайҙарға үҙҙәре менән булған хәрби ваҡиғалар, хеҙмәттәштәренең ҡаһарманлығы тураһында һөйләне, тактик медицина буйынса үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Махсус хәрби операция ветераны Вадим Ибраһимов батырлыҡ дәресендә шулай уҡ бөгөнгө көндә актуаль булып торған мутлашыу темаһын да күтәрҙе.
Һәр кеше беренсе медицина ярҙамы күрһәтә белергә тейеш. Кәрәкле белем, тәжрибә туплағандар ниндәй хәлдә лә юғалып ҡалмай, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға үҙ өлөшөн индерә аласаҡ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.