Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Ғинуар , 15:38

Вәғәҙәләр бирҙеләр, уҙыштылар

Йыл һайын Яңы йылдың тәүге иртәһендә Ҡырмыҫҡалының иң әүҙем халҡы “Аҡкүл” паркында осраша.

Вәғәҙәләр бирҙеләр, уҙыштылар
Вәғәҙәләр бирҙеләр, уҙыштылар

Яңы йылды “Вәғәҙәләр уҙышы” менән башлап ебәреү районыбыҙҙа матур күренешкә әүерелде һәм ул хәҙер инде алты йыл рәттән уҙғарыла. Был йәмле көндө әүҙем ялды үҙ итеүселәр бер урынға тупланып, үҙҙәренә яҡшы вәғәҙә, теләк, маҡсаттар ҡуя. Йылдың-йылы район үҙәгендәге ял паркында үткән был марафонға ҡушылыусыларҙың тик арта ғына барыуы ҡыуаныслы, әлбиттә.

Үҙҙәренең алдына ҡуйған пландарын һәм вәғәҙәләрен хуплау маҡсатында 50-нән ашыу ҡатнашыусы саф һауа һулап ҡына ҡалманы, 2026 метрлыҡ дистанцияны үтеп, күңелдәрен яҡшы хистәр менән байытты. Улар был көндө рәхәтләнеп бер-береһе менән аралашты, йылмайҙы-көлдө.

Марафонда төрлө йәштәге яҡташтар бар ине. Улар араһында ғаилә менән килеүселәр ҙә, балаларын санаға, шыуғыстарға ултыртып был араны ураусылар ҙа күп булды. Кемдер атлап, кемдер йүгереп, иң мөһиме – барыһы ла яҡшы вәғәҙәләр тормошҡа ашһын өсөн тейешле араны үтте.

Йылды әүҙем башлау ғына түгел, ә маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға тәүге аҙым яһау өсөн дә бик яҡшы мөмкинлекте ҡулланыусыларҙың бөтә вәғәҙәләре лә үтәлеүен һәм киләһе йылдың шулай уҡ дәртле үтеүен теләйбеҙ. Ғөмүмән, өр-яңы йылда барыбыҙҙың да хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын, теләктәребеҙ ҡабул булһын, үҙебеҙ һаусәләмәт, донъяларыбыҙ тыныс булһын!

Автор:
Читайте нас