Асығыу йәки ашауҙы ныҡ сикләү – организм өсөн һәйбәт сара түгел. Оҙайлы ял һәм байрам табындарынан һуң организмды таҙартыу өсөн еңелсә ризыҡтар менән туҡланыу көндәрен индереү күпкә яҡшыраҡ буласаҡ.
Бындай осраҡта нимәләр файҙалы? Рационға ойоған һөт аҙыҡтарын (кефир, тәбиғи йогурт), тауыҡ, күркә ите, майһыҙ балыҡ (треск, минтай, хек) индерегеҙ.
Элекке килограмдарға ҡайтыу өсөн тағы нимә менән туҡланырға мөмкин:
Йәшелсәләр: быҡтырылған йәки парҙа бешерелгән ҡабаҡ, брокколи, төҫлө кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр. Сей йәшелсәләр менән мауыҡмағыҙ, был осраҡта бешкәне, быҡтырылғаны күпкә файҙалыраҡ.
Бутҡалар: һыуҙа бешерелгән һоло, ҡарабойҙай, һоро дөгө. Улар токсиндарҙы ҡыуып сығара һәм энергия бирә.
Эсемлектәр: таҙа һыуҙан тыш, ҡуйы булмаған йәшел сәй, гөлйемеш ҡайнатмаһы, ромашкалы сәй, шәкәрһеҙ киптерелгән емеш-еләк компоттары файҙалы буласаҡ.
Емештәр: банан (калий сығанағы), бешерелгән алма ( пектин сығанағы).
Нимәләрҙән ҡәтғи рәүештә баш тартырға кәрәк: тоҙло, ыҫланған, майлы ризыҡтар, фастфуд, татлы ашамлыҡтар һәм газлы эсемлектәр. Улар ашҡаҙан-эсәк трактының елһенеүен көсәйтә һәм бауырға өҫтәмә көс төшөрә.
Алма ашап организмды таҙартыу көнө
1,5-2 килограмм алманы көн дауамында 5-6 тапҡырға бүлеп ашағыҙ. Бер өлөшөн, мәҫәлән, яртыһын бешереп ашау файҙалы буласаҡ, сөнки мейестә бешерелгән алмала пектин күбәйә. Ә ул иһә организмды шлактарҙан һәм токсиндарҙан таҙартыуға булышлыҡ итә.
Фото нейроселтәр ярҙамында эшләнде
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!