Даирә
+30 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Декабрь 2025, 15:09

АУЫРЫУҘЫҢ ХӘЛЕН БЕЛЕҮ

Ауырыуҙың хәлен белеү – Аллаһ тарафынан бик сауаплы һаналған ғәмәл. Был эш Аллаһ рәхмәте менән Йәннәткә илтә. Сирленең янына барып килеүҙе Йәннәт буйлап, ундағы емештәр араһында йөрөү менән сағыштырып була. Йәғни, ул дауаханаға йүнәлгәндә, кеше, әйтерһең дә, Йәннәт емештәре араһынан үтә...

АУЫРЫУҘЫҢ ХӘЛЕН БЕЛЕҮАУЫРЫУҘЫҢ ХӘЛЕН БЕЛЕҮ
АУЫРЫУҘЫҢ ХӘЛЕН БЕЛЕҮ

Бер риүәйәттә әйтелеүенсә: «Ул уның (ауырыу кешенең) янына барып, уның баш осона ултырһа, уны Аллаһ рәхмәте ҡаплаясаҡ». Быны нисек тормошҡа ашырырға?

 

Мәҫәлән, кеше кем уның яҡындарынан сирле икәнен иҫенә төшөрһөн. Әлхәмдүлилләһ, барыһы ла иҫән-һау, ти. Ярай, ә күршеләребеҙҙән кем сирләй? Кем теләй, үҙенең яҡындары, ҡәрҙәштәре араһынан кем ауырығанын эҙләй һәм... күпселек осраҡтарҙа ул бер генә сирле кешене булһа ла – туғанмы ул уға, юҡмы, больницаламы, өйҙәме – табасаҡ. Әгәр ҙә сирле ҡатын кеше икән, ҡатыны уға барасаҡ. Ҡыҙ балалары ла уға хәл белергә килер. Әгәр ҙә ул ир кеше икән, үҙе улдары менән барһын.

 

Ҡиәмәт көнөндә Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ әйтер: «Эй, Әҙәм балаһы, Мин ауырыным, ә һин Миңә килмәнең!» «Эй, Раббым, нисек мин һиңә киләйем, һин бит – ғаләмдәр Раббыһы», – тип һорар кеше. Аллаһ әйтер: «Минең шундай-шундай ҡолом ауырып киткәнен белмәнеңме ни, ә һин уға [хәл белергә] барманың. Ауырыу янына барһаң, Мине шунда табырыңды белмәнеңме ни?» (Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан).

 

Ер йөҙөндә бихисап ауырыуҙар бар. Туғандар, күршеләр, дуҫтар, ҡәрҙәштәр араһында ла була улар. Аллаһ кешене ниндәй генә ауырыуҙар биреп һынамай, аяҡһыҙҙар-ҡулһыҙҙар, һуҡырҙар була, һыуыҡ тейеү, яман шештәр менән сирләүселәр... Өлкән кешеләр, йәштәр, хатта балалар ҙа сирҙәрҙән азат түгел. Ә бит теш һыҙлаһа ла, ваҡытлыса баш ауыртһа ла йә булмаһа бармаҡҡа сүп инһә лә ҡыйын! Әгәр кеше сабыр ғына Аллаһтан һорап, шифа эҙләп сәбәптәр ҡыла икән, ин шәә Аллаһ, еңеллек килер.

 

Сирле кешенең янына барыуҙың хикмәте оло. Сәләмәт кеше үҙенең һаулығына шөкөр итер һәм уның тағы ла нығыраҡ ҡәҙерен белер, мәрхәмәтлелек тойғолары артыр, һәм ул үҙенең эшләгән изгелегенең бәрәкәтен һис шикһеҙ тойор, ин шәә Аллаһ.

 

Ауырыуҙар янына инеп, һаулығын, хәл-әхүәлдәрен һорашҡас, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, улар өсөн доға ҡылыу яҡшы булыр. «Бөйөк Аллаһтан, Бөйөк тәхеттең Раббыһынан һине шифалауын һорайым», – тип ете тапҡыр әйтеп, ул кешегә берәй бүләк бирһәк, тағы ла яҡшыраҡ. Уның янында ултырып хәлен һорашып, матур һүҙҙәр, теләктәр менән шатландырырға тырышайыҡ. Беҙҙең һөйләшеүҙән ул да үҙендә еңеллек тойһон. Аллаһ алдында ниндәй күркәм эш эшләгәнде белһәк икән. Бөйөк Аллаһ үҙенең рәхмәте менән һиңә буйһонорға етмеш мең фәрештә ебәрәсәк. Әгәр ҙә иртән бараһың икән, кискә тиклем улар Аллаһтан һинең өсөн ярлыҡау һорап, доға ҡыласаҡ. Әгәр кис бараһың икән, иртәнгә тиклем улар доғала буласаҡ.

 

Эй, Аллаһ, ниндәй оло бүләк был! Бөгөндән ҡалмай ҡыуандырайыҡ кешеләрҙе, ауырыуҙарҙың хәлдәрен белешәйек. Әбү Бәкр көн һайын кешеләрҙең хәлдәрен белер булған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мосолман булмаған сирле кешеләрҙең дә хәлдәрен белеп йөрөгән. Ауырыуҙар өсөн Аллаһтан ялбарып доға ҡылған, «Борсолма, Аллаһ һине таҙарта, ин шәә Аллаһ», – тип уларҙы йыуатҡан. Ул кешеләр ошо матур, яғымлы һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанған. Ҡайһы бер ауырыуҙар хәлдәрен белешеүҙәрҙән шәбәйәлер, бәлки. Матур, ҡыуаныслы һүҙ табип биргән дарыуға ҡарағанда ла көслөрәк йоғонто яһай. Ауырыуҙарҙың хәлдәрен белешәйек, сөнки Бөйөк Аллаһ Үҙенең ризалығы өсөн эшләгән был изге эшкә оло әжер әҙерләгән.

 

Аллаһ хәйерле юлдар асһын, Йәннәткә илтә торған эштәр ҡылырға насип итһен. Әмин.

 

"Ваҡыт" гәзите.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас